Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе күңелле ваҡиғалар менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров лайыҡлыларҙы бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Тәүге герой – Балтас районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир, 21 йәшлек Илдарис Х. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егет күршеләрендә янғын сығыуын ишетеп ҡала һәм ярҙамға ташлана. Ул ут ялмап алған өйҙөң тәҙрәһен ватып, инвалид ирҙе һөйрәп сығара һәм шуның менән уның ғүмерен ҡотҡара. – Илдарис Рәдис улына ҡаһармалығы һәм хеҙмәте өсөн рәхмәтлебеҙ. Уға дәүләт наградаһын тапшырғым килә, – тине Радий Хәбиров. Ҡыйыу егет Шайморатов ордены менән наградланды. Сираттағы бүләкләнеүселәр – Цюрихта химия буйынса халыҡ-ара олимпиада еңеүсеһе, Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Вадим Харисовты һәм уның педагог-остазы, химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров. Йәш уҡытыусы Айнур Ғүмәров республика етәксеһе ҡулынан Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын алды, уның уҡыусыһы – буласаҡ 11 класс уҡыусыһы Вадим Харисов Башҡортостан Башлығының Рәхмә