Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә яңы мәктәп төҙөлә

Өфө ҡалаһының Затон-Көнсығыш торлаҡ районында “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) сиктәрендә яңы мәктәп төҙөү дауам итә, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте. 21 августҡа ҡарата подряд ойошмаһы фасад, ҡыйыҡ, эске биҙәү эштәрен уҙғара. Шулай уҡ эске инженер селтәрҙәрен һалыу ҙа дауам итә. Тиҙҙән төҙөлөш майҙанында биләмә эргәһе төҙөкләндерелә башлаясаҡ, шулай уҡ тышҡы яҡтыртыу саралары ла көйләнәсәк. Проект документацияһына ярашлы, мәктәптең майҙаны 18, 3 мең квадрат метр тәшкил итә. 88 уҡыу кластарынан тыш, учреждениела ике спорт залы һәм ҙур тамаша залы буласаҡ. Шуны билдәләү мөһим, һуңғы йылдарҙа ҡалала мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Ил буйынса ла мәктәптәр, колледждар, техникумдар төҙөлә һәм яңыртыла, улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды һәм улар май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. фото:Башинформ.