Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был – һуңғы йәйге ылау...

“Был беҙҙең егеттәр өсөн”: Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау юлланды Баш ҡалабыҙҙың Берҙәм логистика үҙәгенән башҡорт хәрбиҙәре һәм Донбасс халҡы өсөн сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов билдәләүенсә, был йәйҙең — һуңғыһы ылауы. "Сираттағыһы сентябрҙә генә буласаҡ. Күп кеше әүҙем ҡатнашты был йөктө барлыҡҡа килтереүҙә. Мотлаҡ тәғәйенләнгән кешеләргә алып барып еткерәсәкбеҙ”, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лопухов. "Был беҙҙең өсөн, хаҡиҡәт өсөн ғүмерҙәрен аямай көрәшкән егеттәргә ебәрелде. Әлбиттә, әгәр миңә ирекмәндәр мөрәжәғәт итһә бөтә ылау оҙатыуҙарҙа ла мотлаҡ ҡатнашам, шулай итеп, биш йөккә үҙ өлөшөмдө индерҙем инде. Ҡайҙалыр аҡсалата ярҙам күрһәтәм, ҡайҙалыр үҙемдә булған төҙөлөш материалдарын ебәрәм. Махсус хәрби операцияла биләмәһендә минең туғандарым, яҡындарым юҡ, әммә, яугирҙарға ярҙам итеү, ул минең гражданлыҡ позициям. Беҙ булмаһаҡ, кем ярҙам итер?” – ти эшҡыуар Елена. Гуманитар ярҙамды эшҡыуарҙар ғына түгел бар Башҡортостан халҡы әүҙем йыя һәр ваҡыт. Шулай уҡ, яугирҙарыбыҙға матди ғына түгел, рухи-әхләҡи ярҙам да бик мөһим. Йөк машинаһын йөрөткән водителдәрҙең бөтәһе лә тиерлек йыш йөрөп тора, Баҡалы районынан килгән Константин ғына тәүге тапҡыр алып бара ылауҙы. “Минең күп кенә таныштарым бөгөнгө көндә унда. Шуға ла, мөмкинлек килеп сыҡҡас, уйлап та тормай барырға риза булдым, сөнки бындай изге эштән ситтә ҡала алмайым, яуаплылыҡтан ҡасырға ярамай”, – тип үҙ фекерен белдерҙе ул. Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ташыусылар водитель генә булһа ла, тыуған йорт менән бәйләнеш тотоусылар ҙа һанала, ғәҙәттә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтан Михаил күп кенә хәрбиәҙәр менән танышыуы, дуҫлашыуы хаҡында һөйләне. “Мин нисә тапҡыр барғанымды инде һанамайым, февралдән алып йөрөйөм. Ул биләмәлә яҡындарым булмаһа ла, ярҙам йөгөн ташыуҙы үҙемдең бурысым итеп ҡарайым. Бындай һынау ваҡыттарында һәр ир дөйөм йәмғиәт эшендә ҡатнашырға тейеш. Һәр ваҡыт ундағы егеттәр өсөн нимәлер алып барабыҙ. Юлда төрлө осраҡтар була, ҡатмарлы, ҡыйын да, еңел генә лә барып еткән саҡтар бар. Ләкин, беҙ үҙ туғандарыбыҙға барғандай ашҡынып барып етәбеҙ, сөнки уларға тыуған өйҙәренән күстәнәстәр, бүләктәр алып барабыҙ. Көткән кешеләрҙе көттөрмәй, тиҙ йөрөргә тырышабыҙ”, – тине ул. Был юлы һигеҙ йөк машинаһы менән махсус техника, автомобилдәр, төҙөлөш материалдары һәм көнкүреш әйберҙәре юлланды. Фотолар: Мәғлүмәт яңылыҡтар порталы.