Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән Герой-әсә Хөмәйрә инәй Дәрминеваға "Ҡатын ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалы тапшырылды. Уны БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы. Хөмәйрә Вәли ҡыҙы 3 августа үҙенең олпат юбилейын - 90 йәшен билдәләне.Ул тормош иптәше (хәҙер инде гүр эйәһе булған )Базарбай олатай менән 65 йыл татыу, матур ғүмер юлы кисерәләр. 11 балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар.Хөмәйрә инәй 14 йәшендә колхозға һауынсы булып эшкә төшә һәм 40 йыл ғүмерен һыйыр һауыуға бағышлай.Әлеге көндә ул 27 ейән-ейәнсәргә, 43 бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй һәм ҡәртәсәй.Ағинәйгә алдағы көндәрҙә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Артабан да балалар, ейән - ейәнсәрҙәр ҡыуанысына төрөнөп, бәхетле йәшәргә яҙһын! Фото һәм текст сығанағы: "Баймаҡ ТВ".