Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Төньяҡ амурҙары" экранға сыға!

Бөгөн Өфөләге "Родина" кинотеатрында "Төньяҡ амурҙары" анимация фильмы менән таныштырыу булды. Тулы метражлы йәнһүрәтте "Башҡортостан" киностудияһы "Муха" студияһы менән берлектә төшөргән. Фильм менән уның продюсерҙары Артур Абдрахманов, киностудия директоры Юнир Әминев һәм рәссам-карикутурасы Камил Буҙыҡаев таныштырҙы. 31 августан анимация фильмын башҡортостандар кинотеатрҙарҙа ҡарай ала, ә 12 октябрҙән ул Рәсәй буйлап "сәйәхәт"кә сыға! Нимәһе мөһим, фильм ике телдә - башҡортса һәм русса яҙҙырылған. Тамашасылар теләгәнен һайлап ҡарай ала. Йәнһүрәт геройҙары республикала билдәле шәхестәрҙең тауышы менән һөйләй: мәҫәлән, Екатерина II-не сенаторыбыҙ Лилиә Ғүмәрова, ә Александр I-не Асҡар Абдразаҡов "һөйләштерә". Проектта күренекле йырсылар Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, билдәле комментатор Азамат Моратов һәм башҡалар ҡатнашҡан. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләгән йәнһүрәтте ҡарауҙан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! Автор фотолары.