Баш ҡалабыҙҙа быйыл икенсегә үткән "Геройҙар ваҡыты" асыҡ Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы тамам. Совет майҙанында легендар комдив, Рәсәй Геройы М. Шайморатов һәйкәле эргәһендә ҡуйылған күркәм сәхнәлә конкурстағы иң шәп йырҙар яңғыраны. Бөгөн М. Шайморатовтың тыуған көнө билдәләнә. Шуға ла бөгөнгө сара башҡорт халҡының ҡаһарман улы һәйкәле янына почетлы ҡарауыл ҡуйыу тантанаһынан башланды. Майҙанға илебеҙҙең, республикабыҙҙың һәм 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының байраҡтары сығарылды. Башҡортостан Башлығы, башҡа абруйлы ҡунаҡтар һәйкәлгә сәскә һалды. Аҙаҡ Башҡортостан етәксеһе йыр конкурсының төп еңеүселәренә бүләктәр тапшырҙы. "Һүҙҙәр авторы" номинацияһында 1-се урынды Башҡортостандан ике автор бүлеште: Мәсетле районынан Сәғит Яҡупов менән Кушнаренко районынан Александр Десяткин. Улар 250 меңешәр һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Иң яҡшы композитор тип Архангельск өлкәһенең Архангельск ҡалаһынан Сергей Сараев танылды. Ул 500 меңлек сертификатҡа лайыҡ. Әйткәндәй, ул конкурстағы иң өлкән ҡатнашыусы - 70 йәш. Конкурсҡа үҙе килә алмаһа ла, йыр көйө авторына бүләк барып етәсәк. "Автор йыры" номинацияһында уңыш Приморье крайының Находка ҡалаһынан Ольга Плотниковаға йылмайҙы. Был еңеүсегә лә 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Икенсе, өсөнсө дәрәжә лауреаттарҙы ҡотлау, махсус приздарҙы тапшырыу тантанаһы бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткәрелде. Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһынан һуң йыр байрамы дауам итте. Еңеүселәр менән бергә, сәхнәлә саҡырылған ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны. Фото: glavarb.ru