26 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм ҡала губернаторы Александр Беглов “Башҡортостан дуҫтарын йыя” сәнғәт оҫталарының концертын ҡараны. Ул Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында Республика көндәре сиктәрендәге Һарай майҙанында үтте. Байрам сараһын Башҡортостандың Милли симфоник оркестры билдәле опера йырсылары, Рәсәйҙең атҡаҙанған, республиканың халыҡ артистары Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар менән бергә асты. Төбәк етәксеһе Һарай майҙанында йыйылған Петербург халҡын һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм уларға тәрән хөрмәт, рәхмәт, дуҫлыҡ һүҙҙәрен еткерҙе. – Башҡортостан менән Петербург араһында – бер нисә мең саҡрым. Бәлки, беҙҙең телдәр, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр төрлөлер. Әммә беҙ барыбыҙ ҙа – ҙур, бөйөк илдең бер өлөшө, уның менән ғорурланабыҙ һәм уны бик яратабыҙ. Ә Санкт-Петербург – илебеҙҙең йөрәге. Ул Рәсәйҙең һәм донъяның иң матур ҡалаларының береһе, – тине Радий Хәбиров. – Был мөһабәт Һарай майҙанында сығыш яһау беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Һәм беҙ бының менән ғорурланаб