Кисә махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдашым - сержант Самат Вәлиевте ерләнеләр. 2022 йылдың декабрендә ул үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә киткәйне. 19 августа хәрби заданиены үтәгәндә һәләк була. Самат - Әбйәлил районының Амангилде ауылында Вәкил ағай менән Фәниә апайҙың ғаиләһендә төпсөк, дүртенсе бала. Шау малайҙар араһында ағаларына арҡаланып ҡына үҫәһе ине лә бит, тик яҙмыш уларҙың ғаиләһенә бигерәк рәхимһеҙ булды. Әсәләрен бесән әҙерләргә барғанда йәшен атты. Атайҙары ла оҙаҡ йәшәмәне. Азамат - армиянан һуң, Вадим фажиғәле рәүештә бәлиғ булмаҫ борон мәрхүм булып ҡуйҙылар. Был ғаилә беҙгә лә яҡын булды. Вәкил ағай атай-әсәйем менән йәштәш ине. Ә өлкән улдары Азамат менән Илдар ҡустым бер класта уҡыны, яҡын дуҫтар булдылар, икеһе лә спорт менән шөғөлләнде. Ҡустым 17 йәшендә генә һәләк булып, яҙмыш уларҙы айырҙы. Самат башланғыс класта уҡ үкһеҙ етем ҡалып, артабан үҙ тормошон үҙе төҙөһә лә, юғалып ҡалманы. Спорт менән шөғөлләнде, Стәрлетамаҡ техникумында физкультура уҡытыусы