Бөгөн дә Өфөлә легендар башҡорт комдивы М.Шайморатовтың һәйкәле янындағы майҙан йыр аша Тыуған илгә һөйөүҙе еткерергә ынтылған башҡарыусылар, илаһи моңдарҙы тыңлап рухланырға килгән тамашасылар менән тулы. Ҡойоп ямғыр яуа башлауы ла йыйылыусыларҙы өркөтмәне. Сәхнәгә яҡташыбыҙ, танылған опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов сығыуын халыҡ алҡыштар менән ҡаршы алды. Үлемһеҙ "Тыуған ил нимәнән башлана?" ("С чего начинается Родина?") йырына ҡушылып йырламаған кеше ҡалмағандыр. Конкурста еңеүселәр өс номинацияла билдәләнде: "Һүҙҙәр авторы" (башҡорт һәм рус телдәрендә), "Композитор", "Автор йыры". Автор фотолары һәм видеоһы.