Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре сиктәрендә һөнәри белем биреү өлкәһендә дүрт килешеүгә ҡул ҡуйылған. 26 августа Башҡортостандың профессиональ белем биреү ойошмалары Санкт-Петербург колледждарында булды.Төп маҡсат – тәжрибә уртаҡлашыу, артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү. Тәүҙә “Санкт -Петербург идара һәм коммерция техник колледжы”нда булдылар. Унда уҡыусыларҙың һөнәри йүнәлешенә мөхит булдырыу, уларҙы колледжда шул юҫыҡта артабан уҡытыу тәжрибәһе күрһәтелде. “Урта һөнәри белем биреү мәсьәләләре буйынса төбәк-ара хеҙмәттәшлек” дискуссия майҙансығы ойошторолдо, унда урта һөнәри белемде үҫтереү перспективаһы, уҡыу-производство комплексын булдырыу, “Профессионалитет” федераль проекты буйынса төбәк-ара хеҙмәттәшлекте ойоштороу, оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары, пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар әҙерләү, уҡып сыҡҡандарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Осрашыуҙарҙа Башҡортостан Республикаһы Профессиональ белем биреү ойошмалары директорҙар советы һәм Рә
Һөнәри белем биреү өлкәһендә дүрт килешеүгә ҡул ҡуйылған
27 августа 202327 авг 2023
1 мин