Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанға һоҡландылар

26 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре сиктәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров һәм ҡала губернаторы Александр Беглов Спорт һарайы майҙанында һәм Дәүләт академия капеллаһы биләмәһендә булды һәм республика килтергән күргәҙмәне ҡараны. Бында “Ҡаҙ һәм бал” гастрономия фестивале, халыҡ художество кәсептәре зонаһы һәм Башҡортостан тауар етештереүселәре продукцияһы йәрминкәһе ойошторолдо. Ҡунаҡтарға башҡорттарҙың нисек солоҡ балын алыуын һәм милли музыка ҡоралы ҡурайҙы эшләп күрһәттеләр. Радий Хәбиров менән Александр Беглов “Күсмә халыҡтар ере – легендалар иле” этноихатаны һәм башҡорт халҡының мәҙәниәтен, аш-һыуын һәм көнкүрешен сағылдырған милли тирмәләрҙе лә ҡараны. Халыҡ кәсептәре оҫталары кейеҙ баҫыу, туҡыу, ағас һырлау, сүкеү, биҙәү-ҡулланма сәнғәте кеүек традицион һөнәрҙәрҙе күрһәтте. “Евразия йөрәгендә. Башҡорттар” Башҡортостан Милли музейы ойошторған экспозиция башҡорт халҡының күсмә торлағына, милли кейемгә, тамбур сигеү сәнғәтенең серҙәренә, биҙәкле туҡыусылыҡҡа, балаҫ һуғыуға, ағас һырлауға, музыка ҡоралдарын эшләүгә арналған. – Башҡортостанда Милли кейем көнөн беҙ йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрәбеҙ. Был ата-бабаларыбыҙҙың йолаларына, сығанаҡтарына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге, – тип һөйләне Радий Хәбиров. – Милли кейем – ҙур тарих, һәм ул халыҡ тураһында һөйләй аласаҡ. Санкт-Петербург губернаторы билдәләүенсә, был традиция милләт-ара татыулыҡты нығыта һәм төбәк халҡының үҙ милләтенә ҡатнашы булыуын аңлау мөмкинлеге бирә. Күргәҙмә майҙансыҡтарының береһендә “Башҡорт аты тарихы” экспозицияһы ойошторолдо, унда Милли музейҙан, Әбйәлил һәм Темәс тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарынан һәм оҫталарҙың шәхси коллекцияларынан экспонаттар тәҡдим ителде. Шулай уҡ күргәҙмәлә Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаевтың эйәрен күрһәттеләр. Һуңынан Радий Хәбиров менән Александр Беглов Шүлгәнташ мәмерйәһенең боронғо кешеләрҙең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре менән экспозицияһын ҡараны. Республика башлығы Санкт-Петербург губернаторына 2022 йылдың 9 июлендә Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музей комплексы асылыуы хаҡында һөйләне. Унда, атап әйткәндә, тарихи рәссамдарҙың аныҡ ижади эштәре күсермәһе ҡуйылған. Бер йыл эсендә был музей республикала иң күп кеше килгән музейға әйләнде. Санкт-Петербургта ”Ҡаҙ һәм бал” гастрономия фестиваленә килеүселәр Башҡортостандың билдәле брендтарынан бал һәм ҡымыҙ, үлән сәйҙәре, ит деликатестары һәм кондитер изделиеларын тәмләп ҡарай алды. Акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе – “Башҡортостан – сиктәр һағында” һәм “Еңеү музейы” күргәҙмә проекттары. Республика Башлығы һәм төньяҡ баш ҡала губернаторы Рәсәйҙең хәрби тарихы ваҡиғаларына арналған стендтарҙы, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан халҡының хеҙмәт батырлығын сағылдырған фотоһүрәттәрҙе ҡараны. Ошо уҡ көндө Радий Хәбиров менән Александр Беглов башҡорт модаһын күрһәтеүҙә ҡатнашты. “Ағиҙел” һәм “Коминтерн” предприятиеларының, “Салауат” ательеһының, Home һәми ZASPORT брендының, башҡа компанияларҙың дизайнерҙары Башҡортостандың модаһында һәм еңел сәнәғәтендә милли традицияларҙы һәм инновацияларҙы берләштергән кейем моделдәрен тәҡдим итте. - Мәғлүм булыуынса, был эштә беҙ республикабыҙҙың, илдең халыҡтары мәҙәниәтен, этникабыҙҙы өҫтәйбеҙ. Минеңсә, был матур. Шуға күрә ижад итәсәкбеҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайиты.