Найти тему
Башҡортостан гәзите

Еңеүселәр билдәле!

“Башҡортостан” гәзитенең шағирҙар бәйгеһе тамам! Йәмғиәтебеҙҙә үҙенең үткер ҡәләме, тос фекере менән күренекле урын тотҡан заманыбыҙ шағирҙарының иң-иңдәрен һайлау бурысын еренә еткереп атҡарып сығыуығыҙ өсөн, тәүсиратта, һеҙгә рәхмәт, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Әлбиттә, халҡыбыҙ талантлы шағирҙарға бай, уларҙың һәр береһе Башҡорт әҙбиәтенең тарихында яҡты эҙ ҡалдырған. Бөгөнгө урта һәм йәш быуын шағирҙары ла, үҙҙәренең ҡаурый ҡәләмдәре тыуҙырған әҫәрҙәре арҡылы бөйөк шәхестәребеҙҙең юлын һыуытмай килә... Уңыштар уларҙың һәр береһенә! Шулай итеп I урын – Фәнил Бүләков II урын - Гөлнара Хәлфетдинова III урын – Айзилә Мортаева Ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади бейеклекктәр теләйбеҙ! Ә инде тауыш биреүҙең һөҙөмтәләре менән бында танышырға мөмкин: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c1..