Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Н. Басков: “Мотлаҡ башҡортса йырлармын”

Билдәле эстрада йырсыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басков Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан көндәрендә “Башҡортостан дуҫтарын йыя” тип исемләнгән ҙур байрам концертында сығыш яһаны. Сығышы алдынан ул “Республика Башкортостан” хәбәрсеһенең һорауҙарына яуап бирҙе. - Башҡортостандың халыҡ артисы булыу нисек һеҙгә? - Мин Башҡортостандың ғына түгел, башҡа республикаларҙың да халыҡ артисы. - Һеҙ бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре сиктәрендә сығыш яһайһығыҙ. - Эйе. Һарай майҙанында баҫып тороуым һәм республиканың мәҙәни тормошонда ҡатнашыуым менән бәхетлемен. Башҡортостанға йыш барҙым, сығыш яһаным. Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар менән дуҫтарса мөнәсәбәттәбеҙ. Уларҙың тауышы бөтә илдәрҙә яңғырай. Бөгөн мин Рәсәй менән Башҡортостан Республикаһы араһында күпермен. Шундай почетлы исемгә лайыҡ булып, концертты тамамлап ҡуйыма шатмын. - Һеҙ берәй башҡорт йырын яттан беләһегеҙме? - Беләһегеҙме, ул бик ауыр тел, ныҡ ауыр. - Өйрәнергә тырышаһығыҙмы? - Эйе. Икенсе йыл мотлаҡ башҡортса йырлаясаҡмын. Фото: “Республика Башкортостан”.