Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәхил бул, Уҡытыусыбыҙ!

Ҡайғылы хәбәр килде: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, ветеран уҡытыусы Марат Хафизов вафат булған. Уға ноябрҙә 92 йәш тулыр ине. Марат Мөхәмәтйән улының исеме республиканың мәғариф өлкәһендә яҡшы таныш. Ғүмер буйы уҡытыусы, директор булып эшләне ул. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфө мәктәптәрендә балаларға белем һәм тәрбиә бирҙе. Марат Хафизов 1931 йылдың 13 ноябрендә Иглин районының Ташлыйылға ауылында тыуған. Башҡорт педагогия институтының тарих факультетын тамамлаған. Өфөләге 77-се мәктәптә, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы, директор булды. Ҡатыны Рәйлә Ниғмәтйән ҡыҙы менән 46 йыл ғүмер итеп, бынамын тигән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Марат Мөхәмәтйән улы ижад эшенә сумды, китаптар яҙҙы. 2006 йылда нәшер ителгән “Яҙмышыма яҙғандары” исемлеһендә шәжәрәһенән алып ошо мәлгәсә күргән-кисергәндәрен бәйән итһә, заманында үҙе етәкләгән башҡорт гимназияларының юбилейҙарына бағышланғандарында ла бай мәғлүмәт бирелгән. Әле Марат Мөхәмәтйән улы Юлай Әбсәләмов менән бергә туғыҙынсы китабы өҫтөндә эшләй ине. Республикабыҙҙың уңышлы кешеләре тураһында була, тигәйне уны. Апрель айында "Ағиҙел" журналының юбилейына арналған кисәлә лә, һуңынан редакцияға килгәндә лә беҙҙең арала шул китаптың яҙмышы тураһында һөйләшеү булғайны. Юлай Әбсәләмов башланған был эште аҙағынаса алып барып еткерер тип өмөтләнәм. Марат Мөхәмәтйән улы - минең дә уҡытыусым. 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында унан фәһемле һабаҡтар алғаныбыҙ һис онотолмай. Уҡытыусыбыҙҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Остазыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын! Фото: М. Хафизовтың шәхси архивынан.