Санкт-Петербургта Тамара Танһыҡҡужина шашкала бер үк ваҡытта уйнау сеансы үткәрҙе Санкт-Петербургта барған Башҡортостан көндәрендә Тамара Танһыҡҡужина бер юлы бер нисә уйын сеансы үткәрҙе. Шулай уҡ унда Питерҙан халыҡ-ара гроссмейстер Ника Леопольдова ла ҡатнашты. Бер нисә тапҡыр донъя чемпиондарына ҡаршы Санкт-Петербургтың йәш шашкасылары уйнаны. Ул “Күсмә халыҡ – легендалар төбәге” этноихатаһы янында урынлашты. Матч сәғәт ярымға яҡын барҙы. Күптәр билдәле чемпиондар менән селфи эшләне, видео яҙҙырҙы һәм теге йәки был уйынсы өсөн янып-көйҙө. Уйындан һуң Тамара Танһыҡҡужина “Республика Башкортостан” хәбәрсеһенең һорауҙарына яуап бирҙе. - 50 партия уйнаныҡ. Күптәренең разряды бар, спорт мастерына кандидаттар ҙа булды. Өсәү еңде, туғыҙ партияла бер кем дә отолманы. Балалар ҙа, беҙ ҙә уйындан ҡәнәғәт. - Һеҙ был көндәрҙә майҙансыҡтарҙа булдығыҙмы? - Әлбиттә. Бөтәһе лә күркәм, кеше күп. Мин филармонияның, халыҡ бейеүҙәренең сығышын ҡараным. Бөтәһе лә оҡшай. Шулай уҡ Ника Леополдова менән дә һөйләшеү булған. Уға ла уйындар бик оҡшаған. Тамарыны ул бик энергетикалы көслө спортсы булыуын, көнәркәшен һәр саҡ көсөргәнештә тотоуын билдәләгән. Башҡортостан тураһында нимә беләһегеҙ тигән һорауға ул “Бал, Салауат Юлаев” тип яуаплаған. Фотолар:Евгений Соколов.
Санкт-Петербургта Тамара Танһыҡҡужина шашкала бер үк ваҡытта уйнау сеансы үткәрҙе
27 августа 202327 авг 2023
1 мин