26 августа Санкт-Петербургта төбәктең инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Унда дәүләт власы органдары, иҡтисадты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары етәкселәре, бизнесмендар һәм ҙур компания вәкилдәре ҡатнашты. Сара Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәренең эшлекле программаһы сиктәрендә Эрмитаждың Төп штабында уҙҙы. Презентацияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов һәм Дәүләт Эрмитажы директоры Михаил Пиотровский сәләмләне. – Башҡортостандан беҙгә бик ҙур делегация, 500-гә яҡын кеше килде. Был бер-беребеҙҙең ҡыҙыҡһыныуы, хеҙмәттәшлегебеҙҙе киңәйтеүҙең ҙур потенциалы тураһында һөйләй, – тип билдәләне Александр Беглов. – Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин беҙҙең алға илдең технологик суверенитетын нығытыу бурысын ҡуйҙы. Санкт-Петербург һәм Башҡортостан – ошо бурысты үтәү өсөн айырыуса яуаплы булған Рәсәйҙең ҙур сәнәғәт үҙәктәре. Санкцион баҫымға ҡарамаҫтан, төбәктәребеҙ араһында хеҙмәттәшле