Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хеҙмәттәшлек артабан үҫәсәк

26 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республиканың рәсми делегацияһы ағзалары төньяҡ баш ҡаланың губернаторы Александр Беглов менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, шулай уҡ иҡтисадта һәм социаль өлкәлә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре. Осрашыуҙы асып, Александр Беглов, Башҡортостан менән Санкт-Петербург эре сәнәғәт һәм фәнни төбәктәр булып тора, тип билдәләне. Уларҙа Рәсәй Президенты ҡуйған технологик суверенитетты тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы үтәү өсөн ҙур яуаплылыҡ ята. – Петербург менән Башҡортостан күп кенә тармаҡтарҙа уңышлы хеҙмәттәшлек итә, – тине Александр Беглов. – Тышҡы санкция баҫымы шарттарында сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеү өсөн яңы нөктәләр табырға кәрәк. Төньяҡ баш ҡала губернаторы Башҡортостан уҡытыусыларын Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә тәжрибә алмашыу өсөн Санкт-Петербургка саҡырҙы. Осрашыуҙа 2024 йылғы мөһим ваҡиғаларҙы ла тикшерҙеләр. Улар иҫәбендә – Өфөнөң 450 йыллығы. Шуның менән бәйле Санкт-Петербургтың Мәҙәниәт буйынса комитеты республиканың баш ҡалаһында Петербург мәҙәни программаһын ойоштороу буйынса Башҡортостан коллегалары менән һөйләшеүҙәр башланы. Шулай уҡ Александр Беглов 2024 йылдың ғинуарында илдә Ленинградты фашист ҡамауынан азат итеүҙең 80 йыллығын билдәләйҙәр тип хәтергә төшөрҙө. – Башҡортостанға күп кенә предприятиеларҙы һәм блокадалы Ленинградта йәшәүселәрҙе эвакуацияланылар. Беҙ быны һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡбыҙ, – тине Санкт-Петербург губернаторы. – Республикағыҙҙан блокадасыларҙы һәм ветерандарҙы ҡалабыҙҙа үтәсәк иҫтәлекле сараларға саҡырабыҙ. Александр Беглов Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәрен уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне. Был проект төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә яңы импульс бирергә тейеш. Радий Хәбиров төньяҡ баш ҡала губернаторына республиканың ҡаланың иң яҡшы майҙансыҡтарында киң тәҡдим итеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте. Төбәк етәксеһе Санкт-Петербургты һәм Башҡортостанды мөһим тарихи ваҡиғалар, кеше яҙмыштары бәйләй тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булды. Башҡортостанда тыуып үҫкән 16 меңдән ашыу кеше Неваның һуғыш яландарында һәләк булған кешеләр исемлегендә иҫәпләнә. Республикала тыуып үҫкән 462 кешенең исеме Герой-ҡаланың Хәтер китабына индерелгән. – Бөгөн республикала 62 блокадасы йәшәй, һәм беҙ уларға ҙур ихтирам менән ҡарайбыҙ. Уларҙы Санкт-Петербургка саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, – тине төбәк етәксеһе. Башҡортостан Башлығы йәмәғәт һәм парк киңлектәрен төҙөкләндереү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, туризмды үҫтереү һәм брендтарҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Радий Хәбиров Петербургта Башҡортостандың мәҙәни һәм күргәҙмә экспозицияларының көнүҙәк булыуын билдәләне. – Беҙҙең ниндәй бөйөк ил булыуыбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ. Халыҡтарыбыҙҙың үҙ йолалары, кәсептәре, фольклор әҫәрҙәре күп. Әммә былар барыһы ла – бер ҡасан да һындырып булмаған берҙәм Рәсәй. Уның көсө һәм матурлығы ошонда, – тине Радий Хәбиров. Республика башлығы Санкт-Петербург делегацияһын 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына арналған юбилей тантаналарына саҡырҙы. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров менән Александр Беглов 2024-2027 йылдарға Санкт-Петербургтың һәм Башҡортостан Республикаһының хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса “юл картаһы”на ҡул ҡуйҙы. Документ сауҙа-иҡтисади өлкәлә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, медицина, экология, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ҡала төҙөлөшө, педагогик тәжрибә һәм уҡыусылар төркөмдәре менән алмашыу, мәҙәни мираҫты һәм архив эшен һаҡлау өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе күҙ уңында тота. Санкт-Петербург губернаторы Башҡортостан Башлығына “Бөйөк Петрға 350 йәш” иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы. – Былтыр беҙ ҡалабыҙға нигеҙ һалыусы – Петр I тыуыуына 350 йыл тулыуҙы билдәләнек, – тине Александр Беглов. – Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан өсөн күп нәмә эшләй һәм Санкт-Петербург өсөн бик күпте эшләне тип иҫәпләйем. – Был Башҡортостанға хөрмәт күрһәтеү. Беҙҙе күп нәмә бәйләй. Мәҫәлән, тәрән тарихи ваҡиғалар һәм шәхестәр. Был хеҙмәттәшлекте артабан үҫтерергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы һәм Санкт-Петербург губернаторы журналистарҙың берлектәге эштең аныҡ йүнәлештәре һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлектең перспективалы проекттары тураһында һорауҙарына яуап бирҙе. Уларҙан Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһында хеҙмәттәшлек мәсьәләләрендә ниндәй йүнәлештәр иң перспективалыһы булып тороуын һоранылар. – Төбәк-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек ҙур әһәмиәткә эйә. Ябай бер миҫал килтерәм. Петербург трактор заводы – ҡеүәтле машиналар эшләү предприятиеһы. Уның “Кировец” ауыл хужалығы машиналары беҙҙең баҫыуҙарҙа эшләй. Былар ауыр һәм ҡеүәтле тракторҙар. Әммә беҙ Киров заводы менән берлектә тәрән сәнәғәт кооперацияһы юлынан барабыҙ. Был тракторҙар өсөн күп деталдәрҙе Башҡортостан предприятиеларында әленән эшләйҙәр. Һәм был хеҙмәттәшлекте үҫтереү миҫалдарының береһе генә, – тине Радий Фәрит улы. – Фәнни-технологик, мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлек тә ҙур әһәмиәткә эйә. Санкт-Петербург – мәҙәни баш ҡала, бында бик күп музейҙар, мәҙәни, ғилми үҙәктәр бар. Әлбиттә, улар беҙҙең өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Александр Дмитриевич Бегловҡа, Петербургтың идара итеү командаһындағы коллегаларына ҡыҙыҡлы һәм сағыу уртаҡ проекттар төҙөү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйткем килә. Был музейҙарҙың хеҙмәттәшлеге, ғилми учреждениелар араһында үҙ-ара килешеп эш итеү һәм башҡа башланғыстар. Мәҫәлән, беҙ уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, парк зоналарын үҫтереү буйынса төньяҡ баш ҡалала ҡыҙыҡлы, сағыу ҡарарҙарҙың ни тиклем булыуын күрәбеҙ. Ҡайһы бер ҡарарҙарҙы Башҡортостанда таратырға ниәтләйбеҙ. – Радий Фәрит улына һәм уның командаһына республиканың ҡалабыҙға – ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына бүләк иткәне өсөн рәхмәт әйткем килә. Беҙгә 500 самаһы кеше – бик ҙур делегация килде. Барыһын да Башҡортостан көндәре менән танышырға һәм төбәк мәҙәниәте менән танышырға саҡырам. Хеҙмәттәшлеккә килгәндә, ул күптән үҫешә һәм дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ республика беҙҙең ленинградсыларҙы ҡабул итте. Күп предприятиелар Уралға эвакуацияланған. 2024 йылда Ленинградты фашистарҙың блокадаһынан тулыһынса азат итеүгә 80 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Бөгөн Башҡортостанда йәшәгән блокадасылар Санкт-Петербургка саҡырыла. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Александр Беглов. – Перспективалы йүнәлештәргә шулай уҡ туризм, мәҙәниәт, мәғариф ҡарай. Беҙ – ике сәнәғәт мегаполисы. Беҙҙең өсөн сәнәғәт предприятиеларының үҙ-ара яңы килешеүҙәр төҙөүе мөһим. Бөгөн беҙ 2024-2027 йылдар осорона үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү тураһында юл картаһына ҡул ҡуйҙыҡ. Ул үҙ-ара килешеп эш итеүҙең бер нисә йүнәлешен билдәләй. Яҡшы команда килеүенә бик шатмын. Беҙ Башҡортостан баш ҡалаһының 450 йыллығын байрам итеүҙә мотлаҡ ҡатнашасаҡбыҙ, бында ла бер нисә сара үткәрәсәкбеҙ. Саҡырыу алдыҡ та инде, шуның өсөн ҙур рәхмәт. Дуҫ булайыҡ һәм хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Барыһы ла килеп сығыр тип ышанам. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.