26 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика делегацияһының Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһына рәсми сәфәре барышында уҙған эшлекле форумда ҡатнашты. Эрмитаждың Төп штабы майҙансығында Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәренең презентацияһы, шулай уҡ пленар ултырыш үтте. Уның темаһы – “Төбәк-ара партнерлыҡ – биләмәләрҙе үҫтереү нигеҙе”. Мәҙәни баш ҡала менән хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәренең береһе – Санкт-Петербург музейҙары менән үҙ-ара эш итеү. Дәүләт Эрмитажы директоры Михаил Пиотровский үҙ сығышында хеҙмәттәшлектең яңы формалары тураһында һөйләне. – Беҙ бер мәҙәни киңлектә йәшәйбеҙ һәм учреждениеларҙың күп һанлы уртаҡ эш форматтарын булдырҙыҡ. Әммә хәҙерге шарттарҙа йәмғиәттең яңы талаптарына яуап биргән башланғыстарҙы тәҡдим итеү мөһим, – тине Михаил Пиотровский. – Мәҫәлән, Эрмитажда Башҡортостан музейҙары көндәре ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булыуы ихтимал. Санкт-Петербург губернаторы ҡаланың Рәсәй төбәктәре менән үҙ-ара килешеп эш итеүен билдәләне.