Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төньяҡ баш ҡалала - модалы кейем күрһәтеү

25 -27 августа Төньяҡ баш ҡалала Башҡортостан көндәре сиктәрендә модалы кейем өлгөләре күрһәтеү ҙә булды. Унда Башҡортостандың еңел сәнәғәте предприятиелары теккән кейемдәрҙе күрергә мөмкин булды. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, концепция нигеҙенә Санкт-Петербургтың һәм Башҡортостандың тарихи-мәҙәни берлеге идеяһы һәм ике төбәктең дә рухи-мәҙәни ҡиммәттәренә ихтирам һалынған. Мода күрһәтеүҙә республиканың “Ағиҙел”, “Заспорт”, “Салауат”, “Альбина Жершицина”, “Коминтерн”, ”Sahara”, “Helen Grey”, “Home”, “AdelG” кеүек брендтары ҡатнашҡан. Мода күрһәтеү республиканың милли колоритын сағылдырған видеотрансляция менән байытылған. А .Данилов фотолары.