Гәзиттең шиғырҙар бәйгеһе тамамланыр алдынан тағы бер бәйгесе менән танышып, тауыш биреп өлгөрөгөҙ. Һәм уның шиғырына яҙылған йырҙы тыңлап ял көндәрен күңелле кәйефтә үткәрегеҙ, дуҫтар! Авторға бында тауыш бирергә була: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64dca07757c133552b04cf2c Таңсулпан Рәсүл. Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында донъяға килгән. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында агроном һөнәрен ала, Көньяҡ Ҡаҙағстандың Төркистан ҡалаһында Ә. Ясави исемендәге халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетында белем ала. 2009 йылда Сибайҙа үткән төбәк-ара шағирҙар бәйгеһенең, 2013 йылда “Ҡош юлы” республика бард фестивалендә шағирҙар бәйгеһенең тәүге еңеүсеһе. 2009-2010 й.й. уҡыуҙағы һәм ғилми-тикшеренеү эшендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты. 2020 йылда Халыҡ-ара М.Ҡашғари хикәйәләр бәйгеһендә Башҡортостан буйынса II урын ала. Шулай уҡ ҡаҙаҡ шағиры Саят Ҡамшыгерҙың өс телдә сыҡҡан "Һиңә" исемле шиғырҙар китабында ҡаҙаҡсанан шиғырҙар тәржемәһе урын алһа,