Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республикала спорт мәктәбендә туристик секциялар асыла

Краснокама районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә яңы уҡыу йылында “Туризм” йүнәлеше буйынса өҫтәмә секциялар эшләй башлаясаҡ, тип хәбәр итә район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Спорт секциялары 90 кешегә иҫәпләнгән, ул өҫтәмә белем биреү өсөн яңы урындар булдырыу буйынса “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә булдырыласаҡ. Бында шөғөлләнергә теләгән балалар сәләмәт йәшәү рәүеше күнекмәләрен аласаҡ, походтарға, экспедицияларға, экскурсияларға йөрөйәсәк. “Тәрбиәләнеүселәребеҙ проект-тикшеренеү һәм башҡа эш төрҙәренә лә йәлеп ителәсәк. Сөнки ул бөгөн республикала туризм-традицион йүнәлештәр менән бер рәттән яңы маршруттар һәм программалар барлыҡҡа килгән өҫтөнлөклө өлкәләрҙең береһе. Бөгөн балалар туризмын булдырыу көнүҙәк. Сөнки был йүнәлеш ярҙамында балалар әүҙем ял итеп кенә ҡалмаясаҡ, яңы күнекмәләр аласаҡ һәм үҙаллылыҡҡа өйрәнәсәк. Шулай уҡ башҡа өлкә буйынса белем туплай, тыуған яҡтың тарихы тураһында күп яңылыҡтар белә. Бындай ял уҡыуҙан буш ваҡытын өйҙә компьютерҙа үткәреүгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә төрлө ярыштарҙа район намыҫын лайыҡлы яҡларға ярҙам итер тип ышанабыҙ”, — тип һөйләнеләр район хакимиәтендә. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн спорт мәктәбе федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан 300 мең һум самаһы финанс средстволары алды. Шулай уҡ кәрәкле спорт инвентары һатып алына. Сентябрҙә юғары категориялы тренерҙар йәш туристарҙы көтә. “Мәғариф” милли проекты яңы һәләттәрҙе һәм мөмкинлектәрҙе асырға, шулай уҡ юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә, тип ышаналар районда. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Сығанаҡ: resbash.ru