Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гөлназ Асаева ауыр осор кисерә

Яратҡан йәш йырсы Гөлназ Асаева йыш ҡына хис-тойғолары менән социаль селтәрҙәр аша уртаҡлаша. Был юлы ул күңелһеҙ яңылыҡтар менән сыҡты. Гөлназ әйтеүенсә, әле ул ғүмерендә ауыр осор кисерә. Ул ижади тормошонда тупикка эләккән һәм йырлауын ташларға уйлай башлаған хатта. “Бәлки кем өсөндөр был сәйер тойолор, тик мин әле ябай булмаған осор кисерәм. Бер ҡасан да ошолай уҡ насар мәлдәр булғаны юҡ ине. Мин һәр ваҡыт бар эшемде лә 100 процентҡа эшләйем, ә әле нимәгә тотонһам да – емерелеп төшә”, – тип яҙған ул. Гөлназ әйтеүенсә, ижадында ла, блогында ла, төрлө проекттарҙа ла ҡаршылыҡтарға осрай. Шуға күрә уның башына йырсы карьераһын тамамлау уйҙары ла килә башлаған. Йырсы әйтеүенсә, яҙылыусыларына үҙ хәле тураһында һөйләп, ул ниндәйҙер ярҙамға өмөтләнә. Ауыр мәлдәр була ла бөтә! Бирешмә, Гөлназ! Быны ни бары ижади кризис тип кенә ҡабул ит. Фото: социаль селтәрҙәр.