Башҡортостан Республикаһы көндәрендә Санкт-Петербургта Дәүләт академия капеллаһы майҙансығында урындағы туроператорҙар төбәгебеҙҙең туристик мөмкинлектәре менән танышты. Потенциаль партнерҙарға һәм Башҡортостандың этноихатаһы ҡунаҡтарына республикала туризмды үҫтереү тураһында БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин һөйләне. “Торатау” геопаркының генераль директоры Артур Иҙелбаев һәм “Янғантау” геопаркы вәкиле Эдуард Хәбибуллин – үҙ биләмәләренең уникаль үҙенсәлектәре, ә “Сикһеҙ донъя” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Светлана Сулимова “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” акцияһы тураһында бәйән итте. Уның ярҙамында пенсионерҙар Башҡортостан буйлап бушлай сәйәхәт итә ала. Ҡунаҡтарға Terra Bashkiria туристик бренды ролигы менән танышыуы ҡыҙыҡ булды, уның авторы һәм “Парадокс Бокс” студияһының арт-директоры Илшат Байбурин үҙенең илһам сығанаҡтары хаҡында хәбәр итте. Яуап һүҙҙе Санкт-Петербург ҡала туристик-мәғлүмәт бюроһының дәүләт программаларын планлаштырыу һәм үтәү буйынса генераль директор урынбаҫары Юлия Бондарева бирҙеләр. Ул Нева йылғаһындағы ҡаланың туристар өсөн ҡыҙыҡлы яҡтары тураһында һөйләне. Сарала Башҡортостандан туғыҙ туроператор ҡатнашты, улар Санкт-Петербургтағы коллегалары менән әүҙем аралашты һәм улар өсөн бүләктәр әҙерләне: бүләктәр уйнатылды, улар араһында турҙарға юлламалар һәм башҡорт сувенирҙары бар ине. – 2004 йылда үҙем Башҡортостандан Санкт-Петербургка күскән булһам да, “Балт Тур” компанияһын етәкләйем. Тыуған ҡалам – Учалы, – тип һөйләне Рушана Насирова. – Элек беҙ Европаға эшләнек, хәҙер, ул беҙҙең өсөн ябылғас, географиябыҙҙы киңәйтәбеҙ. Ҡайһы бер туристар Башҡортостанға элек тә йөрөй торғайны. Бөгөн беҙ Башҡортостан туроператорҙары менән таныша, бәйләнештәр менән уртаҡлаша алдыҡ. Бергәләп эшләйәсәкбеҙ! Башҡортостанда геопарктар барлыҡҡа килгән, һеҙ алға бараһығыҙ. Был бик яҡшы, сөнки республикала – матур тәбиғәт, уға һаҡсыл ҡарауҙарын, балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ өсөн һаҡлауҙарын теләйем. Рушана "Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан көндәрендә ҡатнашыуы ҡыуаныслы булды" тип өҫтәне: “Бында барыһы ла яҡын: бал, самауыр сәйе, артистарҙың кейемдәре – бала саҡҡа ҡайтҡандай булдым!” Александр Данилов фотоһы.