Берҙәм биометрик системала үҙең тураһындағы мәғлүмәтте алып ташларға мөмкинме? Биометрия - шәхси биологик һәм холоҡ характеристикалары буйынса кешене идентификациялау. Биометрияның киң таралған биш тибы бар: бармаҡ эҙҙәре, бит төҙөлөшө, тауыш, күҙҙең төҫлө ҡатламы, устың ҡан тамырҙары һүрәте. Үҙеңдең биометрияңды теләһә ҡайһы ваҡытта алып ташларға һәм мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡты юҡҡа сығарырға мөмкин! Ҡануниәт тарафынан бындай ғәмәлдән баш тартыуҙы сикләгән ваҡыт ҡаралмаған. Әгәр һеҙ бөгөнгә тиклем үҙегеҙҙең биометрик мәғлүмәтегеҙҙе йыйыуға һәм эшкәртеүгә яҙма ризалыҡ бирмәһәгеҙ, «Дәүләт хеҙмәттәре. Биометрия» мобиль ҡушымтаһында йәки коммерция ойошмаларында ошондай мәғлүмәттәр ҡалдырмаһағыҙ, һеҙҙең хаҡта бындай мәғлүмәттең Берҙәм биометрик системала булыуы мөмкин түгел. Биометрияны системанан нисек алып ташларға? Үҙеңдең биометрияңды һәм шәхси мәғлүмәттәреңде эшкәртеүгә ризалыҡты теләгән ваҡытта мәғлүмәт һаҡланған бөтә системаларҙан алып ташларға мөмкин. Ризалыҡты бер нисә ысул
Берҙәм биометрик системала үҙең тураһындағы мәғлүмәтте алып ташларға мөмкинме?
26 августа 202326 авг 2023
1 мин