Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Улар беҙҙең геройҙарҙы белде

25-27 августа Санкт-Петербургта тәҡдим ителгән “Башҡортостан Тыуған иле һағында” күргәҙмәһе ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Башҡортостандан булған Рәсәй Геройҙары, яугирҙәребеҙҙең илебеҙ еңеүенә индергән өлөшө һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың исемдәрен кире ҡайтарған республика эҙәрмәндәр хәрәкәте менән таныштыра. Экспозиция Академия дәүләт капеллаһының эске ихатаһында урынлашҡан. Бында панорамалы стендтарҙа башҡорт отрядтарының 1812 йылғы Ватан һуғышында, Граждандар һуғышы йылдарында Петроградты обороналауҙа ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт бирелгән. Айырым тема – Башҡорт 112-се кавалерия дивизияһының ойошторолоу тарихы һәм уның генералы Миңлеғәле Шайморатов тураһында персоналия. Билдәле булыуынса, легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы командирына оҙаҡ көтөлгән исем 2020 йылдың 30 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң бирелгән. Стенд Украиналағы махсус хәрби операция темаһы менән тамамлана, унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостанда Шайморатов, Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондар булдырылған. Ошонда уҡ Рәсәй Геройҙары исеменә лайыҡ булған яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Улар – Максим Серафимов (үлгәндән һуң), Степан Белов, Тамерлан Илһамов (үлгәндән һуң), Игорь Нәсибуллин (үлгәндән һуң), Борис Дудко, Алмас Сафин (үлгәндән һуң). “Башҡортостан – Тыуған иле һағында” күргәҙмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизмды еңеүгә ҙур иғтибар бүленгән. Аҡлы-ҡаралы фотоларҙың репродукцияһы республикала йәшәүселәрҙе Еңеү хаҡына кисергән мохтажлығы хаҡында һөйләй. Бында фронтҡа ебәреү ҙә, тылдағы ауыр хеҙмәт тә, совет предприятиеларын Башҡортостанға эвакуациялау ҙа, эвакогоспиталдәрҙә яраланғандарҙы дауалау ҙа. – Экспозицияға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикала билдәһеҙ авторҙарҙың фотоһүрәттәре нигеҙ һалған. Уларҙы бөтә Башҡортостан музейҙарынан йыйҙыҡ, – тине Республика Хәрби дан музейының мәғрифәтселек эше бүлеге мөдире Лилиә Нурасова. Фото: Альбина Зубарева.