Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Урал"дар еңеү яуланы!

Санкт-Петербургта “Платонов мемориалы” турниры сиктәрендә “Урал” (Өфө) һәм “Газпром-Югра” (Сорғот) командалары араһында волейбол уйыны уҙҙы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уйын Төньяҡ баш ҡалала Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреү осоронда уҙҙы. Матч алдынан “Урал” командаһы президенты Валерий Багметов “Республика Башкортостан” гәзитенә комментарий бирҙе: – Был Советтар Союзы йыйылма командаһы тренеры Вячеслав Платонов иҫтәлегенә турнир, беҙ уға кәм тигәндә 12 йыл йөрөйбөҙ. Был юлы ла ҙур теләк менән саҡырыуҙы ҡабул иттек. Ағымдағы турнирҙа бөтә командаларҙа ла Суперлигала йәлеп ителәсәк төп составтар түгел. Резерв составта уйнайҙар, һәм тренер һәр ҡайһыһының составын ҡарай, Рәсәй чемпионатында ҡатнашыуға модель планлаштыра. Маҡсатыбыҙ еңеү түгел, бөтә кадрҙарҙы ла ҡарарға кәрәк. – Уйын Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре барышында уҙғарыла. Был еңеүгә дәртләндерәме? – Был бик ҡыуаныслы күренеш. Беҙҙең турала белеүҙәре, командабыҙҙың был турнирҙа ҡатнашыуы һәм беҙҙең р

Санкт-Петербургта “Платонов мемориалы” турниры сиктәрендә “Урал” (Өфө) һәм “Газпром-Югра” (Сорғот) командалары араһында волейбол уйыны уҙҙы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уйын Төньяҡ баш ҡалала Башҡортостан Республикаһы көндәрен үткәреү осоронда уҙҙы. Матч алдынан “Урал” командаһы президенты Валерий Багметов “Республика Башкортостан” гәзитенә комментарий бирҙе: – Был Советтар Союзы йыйылма командаһы тренеры Вячеслав Платонов иҫтәлегенә турнир, беҙ уға кәм тигәндә 12 йыл йөрөйбөҙ. Был юлы ла ҙур теләк менән саҡырыуҙы ҡабул иттек. Ағымдағы турнирҙа бөтә командаларҙа ла Суперлигала йәлеп ителәсәк төп составтар түгел. Резерв составта уйнайҙар, һәм тренер һәр ҡайһыһының составын ҡарай, Рәсәй чемпионатында ҡатнашыуға модель планлаштыра. Маҡсатыбыҙ еңеү түгел, бөтә кадрҙарҙы ла ҡарарға кәрәк. – Уйын Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре барышында уҙғарыла. Был еңеүгә дәртләндерәме? – Был бик ҡыуаныслы күренеш. Беҙҙең турала белеүҙәре, командабыҙҙың был турнирҙа ҡатнашыуы һәм беҙҙең республика тураһында һөйләүҙәре ҡыуандыра. Һәм был көндәрҙә бөтөн Башҡортостан Петербургта булыуы егеттәрҙе ҡурҡытырға йәки рухландырырға тейеш. Дәртләндерербеҙ тип өмөтләнәбеҙ. – Волейболсыларыбыҙҙа икеләтә яуаплылыҡ? — Эйе. Тап шулай. Уйын өфөләрҙең еңеүе менән тамамланды. Уйын еңелдән булманы, “Урал” – “Газпром-Югра” – 3:2 (22:25, 25:23, 30:28, 22:25, 15:13). Өйҙә стеналар ҙа ярҙам итә, тиҙәр. Һәм бөгөн Санкт-Петербург икенсе Башҡортостанға әйләнгән көндө, был Өфө волейболсыларына еңел булмаған матчты еңергә ярҙам итте. Фото: Евгений Соколов.