Республика етәксеһе Радий Хәбиров 25-27 августа Санкт-Петербургта барған Башҡортостан көндәре сиктәрендә төбәктең рәсми делегацияһын етәкләй. Делегация программаһында – эшлекле осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр, күргәҙмә һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу. Эшлекле форум төп ваҡиғаларҙың береһе булмаҡсы. Уның көн тәртибендә – Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырыу, шулай уҡ “Төбәк-ара партнерлыҡ – биләмәләрҙе үҫтереү нигеҙе” темаһына пленар ултырыш. Радий Хәбиров эшлекле программа сиктәрендә Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов менән осрашасаҡ, бер нисә стратегик килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашасаҡ, шулай уҡ ҡаланың тарихи үҙәгендә Башҡортостандың экспозиция майҙансығына барасаҡ. Ә 26 августа Санкт-Петербургтағы Һарай майҙанында “Башҡортостан дуҫтарын йыя” республика ижади коллективтары һәм башҡарыусыларының концерты була. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.