26 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһының төньяҡ баш ҡалаға сәфәре барышында Петропавловск ҡәлғәһенең тарихи-мәҙәни объекттарында булды. Ҡуяндар утрауында урынлашҡан оборона ҡоролмаһы 1703 йылдың 27 майында (яңы стиль буйынса) төҙөлә башлай. Был көн ҡаланың нигеҙе булып һанала. Санкт-Петербургтың Тышҡы бәйләнештәр буйынса комитеты рәйесе Евгений Григорьев менән бергә төбәк етәксеһе ҡоролманың мөһим объекттары менән танышты. Санкт-Петербургтың тарихы менән бәйле Петропавловск ҡәлғәһенең төп йолалары – Андреев флагын күтәреү һәм Нарышкин бастионы орудиеларынан залп биреү. Радий Хәбиров флаг күтәреү тантанаһында ҡатнашты һәм орудиеларҙан төшкө залпты бирҙе. –Ярты көн залпы, бик боронғо йола – ул Ватан тарихына ылыҡтырыу. Ә беҙ был символик залп менән Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәрен асабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Төньяҡ баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына республикабыҙҙы киң күрһәтеү мөмкинлеге өсөн ҡала етәкселегенә ҙур рәхмәт