Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре барышында республикала етештерелгән тауарҙар йәрминкәһе һәм "Ҡаҙ һәм бал" гастрономик фестивале башланды. Бөгөн көн буйы бал һатылған кибет ҙур популярлыҡ менән файҙаланған. Быға аптырарға ла түгел, сөнки бал - Башҡортостандың төп брендтарының береһе. Майҙанда тирмәләр ҡуйылған башҡорт ихаталары милли мәҙәниәтте сағылдырған сағыу урындарҙың береһе булып тора. Унда республиканан килгән фольклор ансамблдәре сығыш яһай. - Был сарала төп бурысыбыҙ - республикалағы халыҡ кәсептәрен, туристик мөмкинлектәрҙе, ҡунаҡсыллыҡты, гастрономияны күрһәтеү, - тине Артур Иҙелбаев, Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе. - Эшлекле программала - түңәрәк өҫтәлдәр, сәнәғәт, туризм өлкәһендә тиҫтәләгән килешеүҙәр төҙөү. Евгений Соколов фотоһы.