25 августа Салауат ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Алға” махсус иҡтисади зонаһының Күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Ул ошо көндәрҙә үҙенең 75 йыллығын билдәләгән “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы базаһында үтте. Көн тәртибендә – инвестиция проекттары сиктәрендә мөһим мәсьәләләр, уларҙы махсус иҡтисади биләмә резиденттары тормошҡа ашыра. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ултырыш башланыр алдынан төбәк етәксеһе нефть һәм газ химияһы өлкәһендәге инновацион сәнәғәт предприятиеларының төҙөлөш майҙандарында булды. Фекер алышыу барышында ҡатнашыусылар яңы производстволарҙы сеймал менән тәьмин итеү буйынса пландарҙы, кооперация бәйләнештәрен үҫтереү һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу перспективаларын ҡараны. – Бөгөн беҙ “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Күҙәтеү советының дүртенсе ултырышын үткәрәбеҙ. Ул яҡшы темптар менән үҫешә һәм Рәсәйҙә иң йылдам үҫешеүсе махсус иҡтисади зона тип танылды, – тине Радий Хәбиров. Махсус иҡтисади зона биләмәһендә “Аркада” тегеү фабрикаһы, “ЗУР” яҡтылыҡ-