Найти тему
Башҡортостан гәзите

Зыянлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоғоҙ!

Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһынан 15 йыл стажы булған Әлиә Сәғәҙәтова “Республика Башкортостан” гәзите хәбәрсеһенә аҙыҡ эшкәртеү системаһын нисек һаҡлау тураһында һөйләгән. - 21-се дауахана практикаһына килгәндә, хроник панкреатит, гепатит, бауыр сирҙәре, ашҡаҙан-эсәк гастриты язваһы – беренсе урында. 40 һәм 50 йәштән онкопатология арта. 45 йәштән һуң йыуан эсәк яман шеше асыҡлана. Үҙ-үҙҙәрен, һаулығын ҡарағандарҙа яҡшырыу һиҙелә, - ти Әлиә Альберт ҡыҙы. Дауалауҙа яңы технологиялар ҡулланыла, диспансерлаштырыу үткәрелә. Ә сәләмәтлекте нисек һаҡларға? Сәләмәт тормош алып барырға, көнөнә дүрт-алты тапҡыр ашарға. Тағы стрестың ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә илтеүе тураһында онотмағыҙ. Кариес, стоматит, гингивит кеүек сирҙәрҙе ваҡытында дауалағыҙ. Икенсенән, дарыуҙарҙы табип яҙған аныҡ ваҡытында ҡулланығыҙ. Ябай санитария ҡағиҙәләрен үтәгеҙ – ашар алдынан ҡул йыуығыҙ, аҙыҡ-түлек һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Тағы етерлек һыу эсегеҙ. Тән ауырлығының нормала булыуы мөһим. Тәмәке һәм алкоголь кеүек зыянлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоғоҙ. Көн һайын 400 – 500 грамм емеш, йәшелсә ашағыҙ. Фото, сығанаҡ: resbash.ru