"Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ишембай районында йәштәр эштәре буйынса комитеттың йәштәр менән эшләү буйынса белгестәре “Ишембайҙың изге йөрәктәре” ирекмәндәре менән берлектә Волга буйы федераль округының IV “Йәштәр йыйыны” йәштәр гражданлыҡ форумында ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәре булды. Ишембай районы был көндәрҙәге форумда берҙәм команда булып сығыш яһаны, уның составында йәш уҡытыусылар, ирекмәндәр, йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре, ауыл йәштәре вәкилдәре, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Ишембай нефть колледжы студенттары һәм Ишембай профессиональ колледжы уҡыусылары. Ишембай ҡалаһының ирекмәндәр хәрәкәте өсөн ҙур ғорурлыҡ уяна, сөнки Волга буйы федераль округының IV “Йәштәр йыйыны” йәштәр гражданлыҡ форумын тантаналы асыуҙа әүҙем социаль позицияһы һәм ирекмәнлек өлкәһендәге эшмәкәрлеге өсөн йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе һәм ирекмәнлек хәрәкәте остазы Нелли Коледова Башҡортостан Республикаһының “Доброволец (ирекмән)” Почет билдәһе менән бүләкләнгән. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.