Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Нияз Мәжитовтың мираҫы баһалап бөткөһөҙ

2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Шуның менән бәйле “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проекты ярҙамында Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылының моделле китапханаһында “Мәжитов: беренсе булыу ҡыйын” тура эфиры үтте. Сара барышында китапханасы Илүсә Кәшфиева Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов – совет һәм Рәсәй ғалим-археологы, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты, Башҡорт дәүләт университеты профессоры СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән, Салауат Юлаев ордены – Башҡортостан Республикаһының юғары дәүләт наградаһы менән бүләкләнгән тип һөйләне. Нияз Мәжитовтың тарих фәнендә ҡалдырған мираҫы киләсәк быуындарға белем һәм тәжрибә биреүсе баһалап бөткөһөҙ хазина булып тора. “Күренекле ғалим һәм һоҡланғыс кеше – Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов тура

2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Шуның менән бәйле “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проекты ярҙамында Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылының моделле китапханаһында “Мәжитов: беренсе булыу ҡыйын” тура эфиры үтте. Сара барышында китапханасы Илүсә Кәшфиева Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов – совет һәм Рәсәй ғалим-археологы, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты, Башҡорт дәүләт университеты профессоры СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән, Салауат Юлаев ордены – Башҡортостан Республикаһының юғары дәүләт наградаһы менән бүләкләнгән тип һөйләне. Нияз Мәжитовтың тарих фәнендә ҡалдырған мираҫы киләсәк быуындарға белем һәм тәжрибә биреүсе баһалап бөткөһөҙ хазина булып тора. “Күренекле ғалим һәм һоҡланғыс кеше – Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов тураһында яҡты иҫтәлек уны белгән кешеләрҙең йөрәгендә генә йәшәмәне, киләсәк быуындарға ла тапшырылды”, - тип аңлатма бирҙе Балалар бүлеге китапханасыһы Ләйсән Дмитриева. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.