Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был күпер бик мөһим

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Белорет районында Һүренйәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау дауам итә. Күперҙең оҙонлоғо 49 погон метрҙан ашыу тәшкил итә. Подрядсы яр буйы таяуҙарын, тороҡтарын ремонтлау, шкаф һәм ҡабырға стеналарын һалыу эштәрен башҡарған. – Был күпер Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында урынлашҡан. Юл популяр туристик объекттарға һәм ял итеү урындарына илтә. Шуға күрә күперҙе норматив хәлгә килтереү мөһим, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Барлыҡ эштәрҙе 2024 йылдың октябрендә тамамлау күҙаллана. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә быйыл Башҡортостан Республикаһында биш күпер ремонтланасаҡ, дөйөм оҙонлоғо 802 погон метр тәшкил итәсәк. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 1,8 тапҡырға күберәк – 2022 йылда милли проект сиктәрендә 430 погон метрлыҡ һигеҙ күпер норматив хәлгә килтерелгән. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү өсөн Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.