25 августа Салауат ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡалаға нигеҙ һалыныуға 75 йыл тулыу уңайынан тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Салауат халҡын мөһим дата менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле салауаттар! Хөрмәтле ҡунаҡтар! Һеҙҙе Ҡала көнө менән ихлас ҡотлайым! 75 йыл – ул бик күп кеүек, әммә ысынбарлыҡта был бикаҙ. Салауат – киләсәккә ынтылған йәш, матур ҡала. Хөрмәтле салауаттар, һеҙгә хеҙмәтегеҙ, ышаныслы булыуығыҙ өсөн рәхмәт әйткем килә, – тине ул. – Салауат үҫешә. Йәштәр йәшәргә теләгән матур, сағыу, ҡыҙыҡлы ҡала буласаҡ. Барығыҙға ла именлек, изгелек теләйем. Һау-сәләмәт, бәхетле, уңышлы булығыҙ, ә республика бөтә яҡлап ярҙам итәсәк. Радий Хәбиров шулай уҡ Ағиҙел йылғаһының төҙөкләндерелгән ҡала яры менән танышты. Объект “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә яңыртылды. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 2020 йылда был биләмәне капиталь ремонт өсөн һайланылар. Беренсе этапта подряд