Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Яугел"дәр яугирҙәргә селтәр үрҙе...

Сибай ҡалаһы халыҡ ижады һәм ял үҙәгенең «Яугел» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға һәр ваҡыт ярҙам күрһәтә. Яҙ башында һалдаттарға йөн ойоҡтар бәйләп, бетеүҙәр тегеп махсус ылау аша оҙатҡайнылар, әле улар музей хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға барған. Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында ағинәйҙәр доғалар уҡып, мөнәжәттәр көйләп махсус япма үрҙе. Бер ниәт менән янып эшләүсе ансамбль ағзалары етәкселәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова менән берлектә изге теләктәр теләне: илдәр тыныс булһын, ирҙәр тыуған йорттарына имен ҡайтһындар тип Ҡөрьән аяттарын уҡып, салауаттар әйтте. Фото: Альбина Ярмуллина.