Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Белемең менән уртаҡлаш” Бөтә Рәсәй мәғрифәт акцияһында Башҡортостан уҡытыусылары ла ҡатнаша

Бөтә Рәсәй “Белемең менән уртаҡлаш” мәғрифәт акцияһында Башҡортостан уҡытыусылары ла ҡатнаша Ул 1 сентябрҙән 30-ына тиклем үтә. Был акция – дүртенсеһе. Был юлы Рәсәй буйынса мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, башҡа белем биреү учреждениеларында 20 меңгә яҡын мәғрифәт уҡыуҙары, оҫталыҡ дәрестәре, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, башҡа тармаҡ эксперттары менән осрашыуҙар ойошторола. Был акцияла Башҡортостандан Мәләүездең 8-се мәктәбендә география уҡытҡан Наталья Ҡунаҡбаеваның ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Ул “Белем” Рәсәй йәмғиәте сайтында теркәлгән, кандидатураһының раҫланыуын көтә. Наталья йәмғиәттәге эшмәкәрлектә әүҙем, сығыш яһау тәжрибәһе бар. Быйыл апрелдә буласаҡ педагогтар өсөн уҙғарылған “Белем. Уҡытыусы” форумында ла телмәр тотҡан. Халыҡ менән эшләй белә, тормош тәжрибәһе менән теләп уртаҡлаша. Спикер йәки тыңлаусы сифатында ҡатнашырға теләгәндәр “Белем” Рәсәй йәмғиәте сайтында теркәлеү үтә ала: https://znanierussia.ru/events/vserossijskaya-prosvetitelskaya-akciya-podelis-svoim-znaniem-23842