Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шайморатовтың тыуыуына 124 йыл!

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 124 йылға арналған тантаналы саралар үтте. Шайморатов ауылындағы Еңеү паркында ауыл халҡы, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, йәш шайморатовсылар йыйылды. Тантаналы митинг легендар комдив һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сәләмләне. – Бөгөн беҙ Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 124 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. 43 йыллыҡ ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ул һәр беребеҙ өсөн өлгө булып тора. Миңлғәле Шайморатовтың батырлығына, лидерлыҡ һәм эшлеклелек сифаттарына һоҡланып туя алмайбыҙ, – тине ул. Митингта ҡатнашыусылар Рәсәй Геройы Миңлғәле Шайморатовты, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, һуңынан улар башҡарыуында “Шайморатов – генерал” халыҡ йыры яңғыраны. Артабан сара Шайморатов ауыл күп функциялы клубында дауам итте. Унда легендар комдивтың яҡты иҫтәлегенә арналған практик конференция һәм интеллектуаль уйын үтте. Миңлеғәле Шайморатов тураһында иҫтәлек кешеләрҙең йөрәгендә мәңге йәшәй. Уның тураһында китаптар, йырҙар яҙылған. 2022 йылдың 11 октябрендә Өфөлә Совет майҙанында генерал Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Ул Ватанды һаҡлаусы яугирҙәргә бағышланған. Хәҙер "Шайморатов вариҫтары" махсус хәрби операция сиктәрендә илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлауын дауам итә. Беренсе ирекле башҡорт батальонына Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелде. Фото: Башинформ.