Һуңғы ваҡытта, биометрик мәғлүмәтте файҙаланыу буйынса 2023 йылдың 31 авгусына хәтлем генә баш тартырға мөмкин, тигән хәбәр таралды. Шуны белдерәбеҙ, үҙеңдең тураһында биометрик мәғлүмәтте юйырға мөмкин. Закон буйынса уның көнө билдәләнмәгән. Биометрия – ул кешене уникаль биологик һәм холоҡ-фиғеле йәһәтенән идентификациялау ул. Биометрияның биш төрө билдәле. Бармаҡтар эҙе, бит һүрәте, тауыш, күҙҙәр, устың веналар һүрәте шуға асыҡ миҫал. Биометрия ни өсөн кәрәк? Берҙәм биометрия системаһында теркәлгән биометрия ярҙамында финанс хеҙмәттәрҙе эшләргә, электрон ҡултамға ҡуйырға мөмкин, шулай уҡ бүтән төрлө уй-ниәттәрҙе лә тормошҡа ашырырға була. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.