Башҡортостан Башлығы «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында булып, уның сәнәғәт майҙанын ҡараны. Әйткәндәй, ойошма быйыл 75 йыллығын билдәләй. Р.Хәбиров предприятиеның Директорҙар советы рәйесе, "Газпром"дың департамент начальнигы Юрий Лебедев менән каталитик крекинг комплексы - һуңғы 30 йылда төҙөлгән иң эре объекттың эше менән танышты. Комплекств тәҙәүгә 40 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уны 2021 йылда эксплуатацияға индергәндәр. Был юғары октанлы автомобиль бензины етештереүҙе арттырырға мөмкинлек биргән. «Газпром нефтехим Салауат» вәкилдәре акрил кислотаһы һәм бутилакрилат етештереү заводының эше тураһында һөйләне, ул 2017 йылда төҙөлгән. Был - Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле комплекс, йылына 80 мең тонна акрил кислотаһы етештерә. Сәнәғәт майҙансыҡтарының эше менән танышыу һөҙөмтәләре буйынса Р.Хәбиров, Ю. Лебедев һәм «РусГазДобыча» предприятиеһының ("Газпром нефтехим Салават"ҡа идара итеүсе компания) генераль директоры К. Махов журналистарға Салауат ҡалаһындағы предприятиеның республика иҡтисады өсөн әһәмиәте һәм уны артабан үҫтереү тураһында һөйләне. Сығанаҡ: glavarb.ru