Вәсилә Фәттәхованың үлеүенә байтаҡ ваҡыт үтһә лә, халыҡ уны онотмай, йырҙарын әле һаман яратып тыңлай. Бөгөн иғтибарығыҙға уның ире Илгиз Абдраҡипов менән интервьюнан өзөк тәҡдим итәбеҙ. Ир йәшләй һәләк булған ҡатынын әле һаман һағына һәм йылы хәтирәләр һаҡлай. Ул журналистарға яратҡан йырсыбыҙҙың көндәлек тормошта ниндәй булыуы тураһында һөйләгән. “Бергә туғыҙ йылға яҡын йәшәп ҡалдыҡ. Ярты йыл осрашып йөрөгәс, ғаилә ҡорҙоҡ. Вәсилә асыҡ, йомарт күңелле, тәртипле, ғаилә йәнле, ысын ҡатын-ҡыҙ ине. Бөтә кешегә ҡаратала ла шундай булды ул. Асыу һаҡламаны. Ғөмүмән, уның асыуын сығарыуы бик ауыр ине. Әммә тиҙ үпкәләтергә була ине. Сит ҡалаларға, концерттарға китер алдынан минең менән һөйләшә ине. Минән башҡа сығып киткеһе килмәне. “Үҙем генә бармайым. Барһам да, бергә барайыҡ”, – тип әйтә торғайны. Минең дә үҙ эшем бар бит, тик шулай ҙа яйын табып бергә барырға тырыша инем. Кәримде лә үҙебеҙ менән алып йөрөнөк. Гел бергә булды. Ижат беренсе урында булды. Үҙем дә уның ижады алға барыуын теләнем. Бергә булған бәхетле ваҡыттарҙы һағынып иҫләргә генә ҡалды инде...” – тигән ул. Фото һәм сығанаҡ: "Татар эстрадаһы" төркөмө.