Унда кеше организмы өсөн кәрәкле В1, В2, Рр, С витаминдары бар. Өҫтәүенә йод, органик кислоталар һәм аҡһым күп. Был емеште ҡара ҡарағат менән сағыштырғанда күпкә файҙалыраҡ, тиҙәр. Бешкән ҡара миләш ҡан ағыуҙы туҡтата. Тағы был емеш бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын нормалләштерә. Бынан тыш, уның әллә күпме файҙалы яҡтары барлығы асыҡланған. Тик шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: уны дауаланыу сараһы булараҡ ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Ҡара миләш төрлө ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы һәләтле, юғары уңыш биреүсән. Унан ҡайнатма, һут, компот та әҙерләйҙәр. Август-сентябрь айҙарында ҡара миләштең емеше өлгөрә, шуға тәбиғәт хазинаһын йыйып ҡалығыҙ! Айһылыу НИЗАМОВА