Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

ЙОНДОҘНАМӘ (28 август – 3 сентябрь)

ҠУҘЫ Эштә тәжрибәле һәм абруйлы кешеләрҙән кәңәш һорарға ҡурҡ­мағыҙ. Балалар менән театр, кино, циркка барып килгәндә, һәйбәт булыр. Артыҡ борсолмағыҙ, һаулығығыҙ ҡаҡшауы ихтимал. Алыҫ юлға сығыуҙы кисек­тереү мөмкинлеге булһа, форсаттан файҙа­ланығыҙ. БУҒА Шәхси тәнҡиткә төшөп китмәгән осраҡта, бәхәс – ифрат әһәмиәтле ғәмәл. Фекерегеҙҙе тауыш күтәрмәй генә еткерегеҙ. Был шәхси тормошҡа ла, карьераға ла ҡағыла. ИГЕҘӘКТӘР Хәл-ваҡиғаларҙың һеҙгә ҡаршы булыуы бар йәки һеҙ бөтөнләй икенсе һөҙөмтәне күҙаллаған­һығыҙ. Ял итеп алырға ваҡыт, быны яңғыҙ ғына эшләһәгеҙ ҙә була. ҠЫҪАЛА Һеҙгә артыҡ иғтибар кәрәк түгел: барыбер үҙегеҙ теләгән тәьҫирҙе ҡалдыра алмаясаҡһығыҙ. Әңгәмәсегеҙ етеҙ генә икенсе темаға күсәсәк. Иғтибарығыҙҙы мөһимерәк әйберҙәргә йүнәлтегеҙ. АРЫҪЛАН Аҡса иҫәп ярата. Нисек кенә булмаһын, барыбер өҫтәмә килем эҙләргә тура киләсәк. Ошо сәбәпле парығыҙ менән һүҙгә килеүегеҙ бар. ҠЫҘ Көсөгөҙҙө дөрөҫ баһаламай­һығыҙ һәм хәлдән килмәҫлек эшкә тотонаһығыҙ. Үҙегеҙҙе генә түгел, башҡаларҙы ла уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыуығыҙ ихтимал – уйланығыҙ! ҮЛСӘҮ Ҡатмарлы аҙна. Бар яҡтан да һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Әгәр һаулы­ғығыҙ менән электән килгән проблемалар бар икән, табипҡа күре­негеҙ. Эшегеҙҙә низағтар булһа – телегеҙҙе тыйығыҙ. Яҡындарығыҙға ла һәйбәт ҡарашта булығыҙ. САЯН Нисек кенә булмаһын, барыһы ла – яҡшыға. Башта, әлбиттә, улай тойолмаҫ, әммә аҙаҡ барыһын да аңларһығыҙ һәм бик шатланыр­һығыҙ. УҠСЫ Аҙнаның төп ҡағиҙәһе – пани­каға бирелмәҫкә: эшкә ҡамасау­ларһығыҙ. Түҙемлерәк булығыҙ. Ҙур эш башларға уйлаһағыҙ, ул уңышлы килеп сығасаҡ. ЫЛАҠ Аҙна проблемаһы – дөрөҫ мәғлүмәт булмауҙа. Ошоға бәйле, эшегеҙҙе бер нисә ҡабат үҙгәртергә тура килер. Аҡса һорап килһәләр – бирмәгеҙ, ҡайтарыуы ауыр булыр. ҺЫУҒОЯР Үҙ проблемаларығыҙ эсендә генә ҡайнауығыҙ насар: фекер­ҙәштәрегеҙҙе юғалтыуығыҙ ихтимал. Шәхси тормошта ла тыныс булмаған осорҙар, икенсе яртығыҙға иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. БАЛЫҠ Аҙна яңы эш урыны эҙләү менән үтер. Һәләтегеҙҙе тулы­һын­са асырлыҡ проектҡа юлы­ғырһығыҙ. Яңы урын тәҡдим итһәләр, ике уйламайынса барығыҙ, был яҡшыға буласаҡ.