Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йөрәгеңде һаҡла!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика һандары йәнде өшөтөрлөк: йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үлем сәбәптәре буйынса тотош донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәт­ләнеү, сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡараш булдырмау, йәшәйештәге проблемалар – һәммәһе лә төп “моторҙың” көйлө эшләүенә кире тәьҫир итә. “Алма табипты бер көнгә эшһеҙ ҡалдыра” тигән һүҙҙәрҙе ишеткә­негеҙ барҙыр, моғайын. Был тиккә түгел, сөнки ошо емештәге күҙә­нәктәр холестерин кимәлен түбә­нәйтә, калийҙы үҙләштереүҙе әүҙемләштерә. Тағы, ундағы пектин организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә. Бынан тыш, анар (гранат) ҡанды шыйыҡ­лай, атеросклероздан һаҡлай, шулай уҡ холестеринды кәметә. Грейпфрут иһә ҡан баҫымын түбәнәйтә, витаминдарға ифрат бай. Тағы үҙебеҙҙең урмандарҙағы ҡайын еләге япрағы менән энәлек емеше – калий сығанағы. Шулай уҡ ҡара бөрлөгән, ҡурай еләге һәм ҡыҙыл көртмәле япрағында ла ошо матдә бар. Энәлек, ҡомалаҡ тубырсығы, ҡыр сәйе, тумыртҡа мышары, мелисса, арса ботаҡтары тынысландырыу үҙенсәлегенә эйә. Бынан тыш, арыҫлан ҡойроғо, ҡаҙ үләне, мәтрүшкә, бәпембә тамыры һәм сәскәһе, ҡандала үләне, айыу ҡурайы сәскәһе лә кешене тыныс­ландыра. Хәлһеҙлектән ҡайын еләге япрағы, меңъяпраҡ үләне һәм сәскәһе, шулай уҡ туҡранбаш сәскәһе ярҙам итә. Эт табаны үләне һәм ҡара көртмәле япрағы ҡандағы шәкәр кимәлен кәметә. Ҡыр сәйе үләне ҡан баҫымын төшөрә, нервы ҡуҙғыуын баҫа, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бөйөр ауырыуҙарынан арындыра. Мелисса үләне тахикардия өйәнәген баҫа, тын етмәү­ҙән һәм йөрәк сирҙәренән ары­нырға ярҙам итә, ҡан баҫы­мын төшөрә. Торма үләне йөрәк эшмәкәрлегенең тонусын күтәрә, тик ниндәй ҙә үлән төнәтмәһе эсер алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Юғиһә йөрәк “шая­рыуҙы” ҡабул итмәй, киреһенсә, уға һаҡсыл ҡараш булдырығыҙ. Табиптар тағы көнөнә бер кишер ашарға тәҡдим итә. Ул ҡанда эритроцит һәм гемоглобин барлыҡҡа килеүен әүҙемләштерә, матдәләр алмашыныуын, күреү һәләтен яҡшырта. Айһылыу НИЗАМОВА