Ялының беренсе кисендә номерынан сыҡмай бөгәрләнеп ятты. Әллә ниндәй ҡабарынҡы хыялдар менән аяғы ергә теймәй йөрөгән булһа, әле улары бушай төшөп, шул сәбәпле ныҡ ҡына кәйефен дә ҡырып, берәүҙе лә күргеһе килмәне. Ял йорто хеҙмәткәрҙәре көндөҙ, ингән-сыҡҡанда, кистәрен төрлө кәйеф асыу саралары булырын, ҡайҙа нимәләр күрергә мөмкинлеген, ҡайҙа йыр-моң, ҡайҙа уйын-көлкө барасағын иҫкәртә ине. Ҡараңғы төшөүгә, асыҡ тәҙрәләрҙән эскә күңелле музыка урғылды. Гөлсөм шул дәртле көйҙәрҙе тыңлап һис килешмәгәнсә бойоғоп китеп ятты ла ятты. Йә инде... Нимәһе өсөн йөрәге арбалған һуң шул иргә? Магниты тартҡан һымаҡ булды ла торҙо бит... Үҙе, исмаһам, ҡаршы берәй аҙым яһаһасы? Ниңә улай булды һуң әле? Нисек улай?.. Иртәгәһенә ял йортоноң паркында килеп тапты уны Булат. Былай ҙа ҡылтым ғына ҡатындың бөгөн үтә лә кәйефһеҙ икәнлеген дә аңғарҙы. Шулай ҙа боролоп китмәне. Иллә ныҡыш та инде үҙе! Бер генә лә үҙһаҡланыу инстинкты юҡ әллә? Улай тиһәң, ярамһаҡланып, ярап, ҡуштанланып өйрәнмәгән күп ирҙәрҙә юҡ ул ундай төшөнсә. Улар ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй туҡмаҡ алырҙарын да, аҙағы нимә менән бөтөрөн дә уйлап тормайынса тура һәм дөрөҫтө генә һөйләй ҙә ҡуя. Эй, бер ҡатлы ир халҡы... – Сәләм, – тине ул әле лә, яҡын уҡ килеп. Гөлсөм баш ҡына ҡаҡты. Хатта ҡарамай ҙа китеп бармаҡсы ине. Ир уны бөтөн кәүҙәһе менән боролоп баҫырлыҡ итте: – Паркта кәлеп һуғыр өсөн килдеңме инде? Күпме йөрөргә була бында? “Миндә һинең ни эшең бар?” тимәксе ине лә ҡапыл, унан аҙыраҡ әҙәпте иҫләп тыйылды. Бер яҡтан уйлаһаң, был әҙәм хаҡлы ла инде. Ул бит ял итергә, донъя күрергә, диңгеҙҙә йөҙөргә һәм... Ярай, уныһы... – Ә нимә тәҡдим итәһегеҙ? – үҙенә лә көтөлмәгән һорау бирҙе ҡатын. – Әйҙә, диңгеҙ күреп киләйек! Илар хәлгә етеп тулышҡан, сәсен йолҡҡослар сиккә етеп көйгән һәм үтә лә, үтә лә бәхетһеҙ ине был мәлдә Гөлсөм. Ҡаршыһына шайтан үҙе килеп баҫһа ла, йәһәннәм сигенә китергә саҡырһа ла, барыр ине, моғайын. Барыр ҙа бөтөн ояларын туҙҙырып, ен-пәрей илен еңеп ҡайтыр ине. Шундай уҫалланған, яһилланған сағы ине, сөнки бәхетһеҙ ине. Ә бәхетһеҙ ҡатын – ул иң яман көс. Парлашып сығып киттеләр. Һөйләшмәйҙәр. Асылда янындағы ир нимәлер һөйләй шикелле. Тик Гөлсөм уны ишетмәй. Хәле кеше хәбәрен тыңларлыҡ та, аңларлыҡ та түгел. Һауаға олғашҡан тауҙар итәгендә ултырған йорттан түбән төшөү ҙә оҙаҡ ҡына ваҡытты алды. Бына алдарында өҫкә шауы ғына ишетелгән диңгеҙ киңлеге асылды. Хозурлығы! Мөһабәтлеге! Яр буйына баҫтылар ҙа ҡарап ҡалдылар. Тулҡын толпарҙары ярһып сабып килеп ярға ырғый ҙа төрлө төҫлө ваҡ ҡырсынды тере нәмәләрҙәй итеп йыбырлатып шылдыра-шылдыра кире сигенәләр. Бәреләләр ҙә сигенәләр, бәреләләр ҙә сигенәләр... Был күренешкә бер ҙә генә ялҡмай ҡарап торорға ла торорға була икән. Һоҡланыуҙан, арбалыуҙан ҡатындың асыуы ла шул тулҡынға ҡушылып шылды әллә, ул яҙылып киткәнен дә һиҙмәне. – Ҡайһылай матур!.. Иҫ киткес, ивет?.. Иҫ киткес... – Эйе. Диңгеҙ ул бер сихри донъя инде. Тәүге тапҡыр күрәһеңме? – Эйе, – тине Гөлсөм. – Ә һеҙ... һин? – Мин йыш килдем. Бында ла, башҡа диңгеҙҙәргә лә барғаным булды. Ҡатын иргә һынаулы ғына итеп бер күҙен ҡыҫа биреп ҡарап ҡуйҙы: – Ҡайҙа эшләйҙәр улай диңгеҙҙәргә генә йөрөй торған кешеләр? – Хәрби мин. Запастағы капитан. Беҙгә путевка бирелә. – Ҡайһылай рәхәт. Ҡарап ҡына тороуға мөрхәтһенмәне ир, ярҙа ҡыҙыныусылар араһында нимәлер теләнселәп йөрөгән егетте саҡырып алды: – Йәш кеше, асыҡ диңгеҙгә сығыу күпме тора? Был шул диңгеҙгә сәйәхәтселәр йыйып йөрөүсе икән. Йәһәтләп яуаптарын яуҙырҙы: – Ике кешегә өсәр меңдән! Төркөм менән сыҡҡанда бер кешегә мең ярым тура килә. Катерҙа һыу, һут, шампан һәм емеш-еләк була. Бөтөн төрлө һаҡланыу саралары ҡаралған, хәүефһеҙлек гарантиялана. Сығаһығыҙмы? – Сығабыҙ. – Ниндәй шарттарҙа? – Ике кеше. – Отлично! Улайһа, әйҙәгеҙ, минең арттан! Гөлсөм аңын-тоңон аңлағансы, Булат уны етәкләп алып та китте. Иҫенә килгәндә шортиктағы егет артынан ашығып атлайҙар ине инде. – Ҡарағыҙ әле... Туҡта! Мин бит... Минең янымда... Миндә карта ғына... Ҡулда аҡса юҡ! – Аҡса миндә бар, уныһына борсолма. – Кейенмәгәнмен бит һуң! – Яланғас түгелһең дә инде. Унда катерҙа ултыраһың ғына, ошо уҡ кейемдә. – Уф! Һин мине яйһыҙ хәлгә ҡуяһың! – Диңгеҙҙә аҙыраҡ елләнәбеҙ ҙә киләбеҙ. Бәлки, күңелең асылыр. Бөтәһенә яман ҡарап, арҡыры һөйләшеп йөрөп кенә үткәрмәҫһең дә инде ялыңды, – тип ҡатынды катер баҫмаһына ла этәреп тигәндәй мендерҙе ир. Вәт, яуыз, ҡайһылай теле әсе, тигән уй үтте Гөлсөмдөң башынан да, тик иғтибарын икенсе нәмәләр яуланы. Егет уларға ҡотҡарыу күкрәксәләре кейҙерҙе, автоматтан атҡан шикелле итеп тейешле тәртиптәрҙе аңлатты ла, йомшаҡ эскәмйәһенә килеп терәлгәс, алдарына һый-хөрмәт алып килеп теҙҙе. Күп тә тормай, уның командаһы менән катер геүләп елеп сығып та китте. Биткә дымлы ел бәрелде... Өҫтә аҡсарлаҡтар саңҡыны... Һулыш алған һайын күкрәк киңәйгәндән-киңәйә барып, бына-бына ярылып китерҙәй булды... Әллә баш әйләнде, әллә диңгеҙ шулай сайҡаны... Бара торғас, улар менән уҙышып дельфиндар сапты... Гөлсөм, палуба арҡанына сат йәбешеп, бөтөн был илаһилыҡты күҙ ҙә йоммай күҙәтте. Катер менән бергә осто, дельфиндар менән бергә сумды, ел менән бергә иңләне диңгеҙ өҫтөн... Ярға сыҡҡанда ла әле ярһыуы баҫылмағайны: – Ой! О-ой! Иҫ киткес булды! Ҡурҡыныс та, матур ҙа! Бындайҙы күргәнем юҡ, валлаһи! Булатҡа уның көтөлмәгәнсә былай шаулы булып китеүе мәрәкә, ахыры. – Оҡшанымы? – тип тыйнаҡ йылмая. – Оҡшамай һуң! Рәхмәт һиңә. – Бер ашарлыҡ булдыҡ, шулаймы? – Булдыҡ. Инде Гөлсөм ҡарышмай. Диңгеҙҙәге ҡыҙыҡтарын һаман һөйләй-һөйләй ир менән йәнәш атлай. Бик яҡын дуҫтар, күптәнге таныштар кеүек көлөшә-көлөшә яр буйына теҙелешкән ашханаларҙың береһенә барып инделәр. Яндарында официанттар йүгереште. Тәмле аш йәйелде өҫтәлгә. Һалҡын һуттар килде. Талғын көй ағылды. Диңгеҙ һауаһы ысынлап ныҡ асыҡтырғанмы, аҙыҡ та үтә тәмле, һыуҙары ла татлы тойолдо. Туйынғас, баяғы тойғолар шауҡымы баҫыла төшкәс, был ике осраҡлы осрашҡан ир менән ҡатын тағы ла нимәлер хаҡында һүҙ ялғарға тейеш булып ҡалды. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуын, күпте белергә теләүен еңә алманы. – Ял йортона хәрбиҙәр ҡатынһыҙ ғына йөрөймө? – Ҡатыны булғаны ҡатыны менән йәки ғаилә менән. – Ә һеҙ... һин? – Ҡатынлы саҡта мин дә ғаилә менән йөрөнөм. Хәҙер яңғыҙ... – Ни эшләп... яңғыҙ? – Ҡатыным мәрйә ине, мин хеҙмәт иткән ҡала ҡыҙы. Ул шунда ҡалды... Мин ҡайттым. Отставкаға сыҡтым да тыуған яҡтарыма юлландым, ул теләмәне. – Ә балаларығыҙ? – Улыбыҙ бар. Сит илдә йәшәй. Ә һин? – Нимә мин? – Гөлсөм тертләп китте. – Мин бер нәмә лә түгел. Булат уға төбәлә бирҙе: – Ниндәй эштәр менән бер аҙнаға ғына? Ҡатын хатта ҡулы менән сәбәләнә яҙҙы: – Былай ғына... Шәхси эштәрем... Ирҙең ҡаштары өҫкә һикерҙе: – Шәхси? Шәхси тормошто хәл итәһең, тимәк? Нисектер мыҫҡыллы итеп әйткәндәй булды Гөлсөмгә быларҙы ҡаршыһындағы ултырған әҙәм. Көлөп, тикшереп, кәмһетеп әйткәндәй. Бәлки, икенсе ҡараштан был улай уҡ булмағандыр ҙа. Бәлки, икенсе күҙлектән ғәп-ғәҙәти генә фараз булғандыр. Әммә ҡатын уны үҙ кисерештәре аша ғына күрҙе һәм ишетте. Ул башҡа төрлө баһалап ултырыр хәлдә түгел ине. Һәм ирҙе албырғатып һикереп тороп баҫты ла: – Кеше тикшергәнсе, үҙегеҙҙең шәхси тормошто яйға һалығыҙ! Йүнле ирҙең ҡатыны һис сәбәпһеҙ тороп ҡалмайҙыр әле, – тигәндәрҙе ырғытып китеп тә барҙы. Булат уға, башын ҡыйшайта биреп, нисек аптырап төбәлгән булһа, шул килеш ултырып ҡалды. Хатта ҡымшанманы ла. Был ҡатын-ҡыҙҙы аңлап булмағандың айышын төшөнгәнлек һәм шулай ҙа сираттағы тапҡыр сараһыҙ ителгәнлек ине. Өсөнсө көн Гөлсөм Булатҡа, Булат Гөлсөмгә ҡараманы ла, яҡын да килмәне. Ашханала осраштылар, бассейн юлында, унан ял итеүселәрҙе йыйып, океанариумға алып барҙылар. Унда ла ят кешеләрҙәй булып йөрөнөләр. Бөгөн инде Гөлсөмгә оят та, ҡыйын да ине. Уға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итеп, һыйлап ултырған кешегә тота килеп ябырыл да, етмәһә, шунда ташлап кит... Хатта көлөп маташҡан булғанда ла, улай ҡыланырға тейеш түгел ине тәрбиәле ҡатын-ҡыҙ. Рәхмәт әйтергә лә, ғәфү үтенергә лә китергә мөмкин ине бит? Мөмкин ине... их... Тик һөйгәненән шылтыратыу булмауы ҡатындың башын тағы ла бутап, ҡайнатып ебәрҙе. Телефонынан бер секундҡа ла айырылмайынса, бер сың килгәндә лә өмөтләнеп төбәлгән экранда кискә тиклем дә таныш исем сыҡмағас, Гөлсөм тағы аҡылдан шашыр хәлгә етте. Унда Булат алдындағы ғәйеплелек тойғоһо бөтөнләй икенсе кешегә ҡарата булған хистәргә алмашынып, башта эстән ялбарыуға, унан асыуға, тора-бара инде тәрән төшөнкөлөккә бирелеүгә әүерелеп, мендәргә үкһеп ятып, йоҡлап китте... - Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА