Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эш хаҡтары арта

Быйыл 1 сентябргә тренерҙарға педагог хеҙмәткәре статусы бирелә. Уларға бирелгән социаль гарантиялар ҙа үҙгәрә: эш хаҡтары арта, йыл һайын бирелгән ял ваҡыты күбәйә, аттестациялау сараһы ябайлаштырыла. Бындай үҙгәрештәрҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән федераль ҡануниәткә индерҙеләр. Ошо хаҡтағы мәсьәлә ил Президенты һәм Хөкүмәте ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ҡаралды. Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостанда “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы, халҡы 100 меңдән кәмерәк булған ҡала һәм ауыл биләмәләрендә эшләгәндәргә 1 миллион һумлыҡ грант бирелә. Өс йылда 103 тренер, проектҡа ярашлы, ярҙамдан файҙаланды. “Ауыл тренеры”, иң яҡшы тәжрибә булараҡ, Рәсәйҙең 25 төбәгендә сафҡа индерелде. Кәңәшмә барышында вице-премьер Дмитрий Чернышенко Рәсәйҙең тотош балалар һәм үҫмерҙәр спорт аудиты тураһында һөйләне. Илебеҙҙә 52403 объект беркетелгән 5005 ойошма эшләй. Был ойошмаларҙа 3 миллион 200 мең спортсы шөғөлләнә һәм 96 мең тренер эшләй. Башҡортостанда 469 объект, 14 балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе өсөн 97 ойошма бар. Быйыл 4 авгусҡа тиклем 1 443 тренер һәм тренер-уҡытыусы эшләне, 49 689 спортсы шөғөлләнде. Дмитрий Чернышенко Башҡортостанды спорт инфраструктураһын яҡшыртыуҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән төбәк булараҡ билдәләне. Айһылыу НИЗАМОВА