Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хәмзә хәҙрәт: “Аллаһ беҙҙең яҡта, барыһы ла яҡшы буласаҡ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән республика руханиҙарының көсөнә ышаныуы, ғорурланыуы һәм улар алдында баш эйеүе тураһында белдергәйне. Нисек һуң ул – фронтта изге бурысты үтәү? Был турала “Вести.Интервью” программаһында полк имамы Хәмзә хәҙрәт һөйләне. Был әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. – Башҡортостанда йыш бул­майһығыҙ, һәр саҡ махсус хәрби операция биләмәһендә, алғы һыҙыҡтаһығыҙ. Ҡурҡыныс түгел­ме? – Инде йылдан ашыу рухи ту­ғаным Виктор атаҡай менән махсус хәрби операция биләмәһендәбеҙ. Бергәләп фронт линияһы буйлап йөрөйбөҙ, бергә эшләйбеҙ, бер машинала йөрөйбөҙ, бер урында – йә вагончикта, йә блиндажда ҡунабыҙ. Доғалар уҡыйбыҙ, яугирҙәргә рухи, әхлаҡи, психологик ярҙам күрһә­тәбеҙ. Беҙҙең ҡоралыбыҙ – изге китап, мосолмандарҙа ул – Ҡөрьән, христиандарҙа – Библия. Улар ярҙамында егеттәребеҙ аңына Аллаһтың һүҙҙәрен еткерергә, яугирҙәр ҡурҡмаһын тип тырыша­быҙ. Кеше менән нимә генә булһа ла, барыһы ла тик Аллаһтың ҡушыуы буйынса. – Ике кон

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән республика руханиҙарының көсөнә ышаныуы, ғорурланыуы һәм улар алдында баш эйеүе тураһында белдергәйне. Нисек һуң ул – фронтта изге бурысты үтәү? Был турала “Вести.Интервью” программаһында полк имамы Хәмзә хәҙрәт һөйләне. Был әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. – Башҡортостанда йыш бул­майһығыҙ, һәр саҡ махсус хәрби операция биләмәһендә, алғы һыҙыҡтаһығыҙ. Ҡурҡыныс түгел­ме? – Инде йылдан ашыу рухи ту­ғаным Виктор атаҡай менән махсус хәрби операция биләмәһендәбеҙ. Бергәләп фронт линияһы буйлап йөрөйбөҙ, бергә эшләйбеҙ, бер машинала йөрөйбөҙ, бер урында – йә вагончикта, йә блиндажда ҡунабыҙ. Доғалар уҡыйбыҙ, яугирҙәргә рухи, әхлаҡи, психологик ярҙам күрһә­тәбеҙ. Беҙҙең ҡоралыбыҙ – изге китап, мосолмандарҙа ул – Ҡөрьән, христиандарҙа – Библия. Улар ярҙамында егеттәребеҙ аңына Аллаһтың һүҙҙәрен еткерергә, яугирҙәр ҡурҡмаһын тип тырыша­быҙ. Кеше менән нимә генә булһа ла, барыһы ла тик Аллаһтың ҡушыуы буйынса. – Ике конфессия вәкилдәре араһында ҡапма-ҡаршылыҡ юҡмы? – Әлбиттә, юҡ. Беҙ ундай ниәт менән барманыҡ, дин өсөн низағ сығарып ултырмайбыҙ. Аллаһ бер, ни бары төрлө диндә төрлө исем менән йөрөтөлә. Ышанған кешегә был донъяла барған бар ғәмәлдәр аңлайышлы һәм үҙенең мәғәнәһенә эйә. Мәҫәлән, үлем – һәр кешенең үҙ яҙмышы. Аллаһы Тәғәләгә, уның фәрештәләренә, уның пәйғәмбәр­ҙәренә, изге китапҡа ышанған кеше яҙмышҡа ла ышана. Яҙмыш – Аллаһтан, һәм үлгәндән һуң уның яңынан терелеүе – ул хәҡиҡәт. Кеше үҙенә әҙерләнгән яҙмышты ҡабул итергә тейеш. Кемдер махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китте, кемдер мобилизацияға эләкте. Тик уларҙың барыһы ла яҙмышына буйһондо. Кем буйһонорға телә­мәгән, улар сит илдәргә ҡасып бөттө. Аллаһы Тәғәлә бер кемгә лә көсө етмәгән һынауҙы бирмәй. Һин ниндәй ҙә булһа һынау аша үтәһең икән, тимәк, көсөң етә. – Яугирҙәр “Мин ҡурҡам”, “Ҡайтҡым килә” тиһәләр, ни эшләргә? Ундай кешеләр ҙә барҙыр бит алғы һыҙыҡта? – Бер нәмәнән дә ҡурҡмаған кеше булмайҙыр. Алғы һыҙыҡта ла ҡурҡ­ҡан кешеләр бар. Тик улар үҙҙәре өсөн түгел, ә үлеп ҡалһалар, ғаи­ләләрен ҡалдырыуҙан ҡурҡа. Эйе, улар күберәге туғандары, әсәләре, ҡатындары, балалары өсөн борсола. Был осраҡта беҙ доға ҡылабыҙ, Аллаһтан ярҙам һорайбыҙ. Виктор атаҡай псалмалар уҡый, ә мин – намаҙ. Һәм, беләһегеҙме, был ярҙам итә. Беҙ яугирҙәргә һәр саҡ әйтәбеҙ: тап ошонда, хәрби хәрәкәттәр барған ерҙә, Хоҙайға мөмкин тиклем яҡы­найыр кәрәк. Ул ғүмер биргән, һәм уны ул аласаҡ та. Тик ул ғына һеҙгә ярҙам итәсәк, яуҙа ла тере ҡалдыра һәм тыуған яғыңа ҡайтара. Һәм был эшләй, сөнки кешегә ышаныс кәрәк. Былтыр яралы яҡташ яугир менән осраштым. Ул ҡаты яраланып гос­питалдә ята, бик ныҡ төшөнкөлөккә бирелгән, хәле насар ине. Уның менән байтаҡ ҡына һөйләштек, кәңәштәр һораны. Аллаһтан ярҙам һора, тинем. Ә күптән түгел районда һабантуйҙа күреп ҡалдым. Ҡатыны менән икәүләп намаҙға баҫҡандар, бик ҡыуанып донъя көтәләр, тере ҡалдым, тормош дауам итә, тине. Уға Хоҙайға ышаныс ярҙам иткән, көс биргән. – Һеҙҙең кеүек руханиҙар, Аллаһҡа ышанған кешеләр ҙә һуғыш барған ерҙә ҡурҡалыр? – Беҙ ҙә ҡурҡабыҙ. Мәҫәлән, былтыр, әле шартлатҡанға тиклем, Кахов ГЭС-ы аша үтеп барған саҡта ҡурҡыныс булды. Дөм ҡараңғыла, фарҙарҙы тоҡандырмай, бомбежка аҫтында ике километр юл үтергә кәрәк ине. Юҡ, күктән яуып торған ут та әллә ни ҡурҡытманы, ә тейешле батальонға барып етә алма­һам, тейешле доғаларҙы уҡымаһам ҡурҡыныс булыр ине. Бер тапҡыр Херсон өлкәһендә Виктор атаҡай менән ут аҫтында ҡалдыҡ һәм хәүефте яндағы соҡорҙа үткәрергә тура килде. Бронежилет менән каскала булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, Виктор атаҡайға ярсыҡ тейеп, ул әҙерәк яраланды. Ул саҡта был беҙҙең беренсе ошондай “тәжрибә” ине, күпте белмәнек. Хәҙер беҙ позицияларҙы аңлайбыҙ, ҡасан беҙҙең, ә ҡасан дошмандың артиллерияһы эшләгә­нен, кемдең коптеры осоп килгәнен белеп торабыҙ. Шул беренсе тап­ҡырҙағы кеүек ҡурҡыныс түгел хәҙер. Беҙ һәр ваҡыт Аллаһтан ярҙам һорайбыҙ, үҙебеҙ өсөн дә, егеттәр өсөн дә. – Барыһын да ҡалдырып, тыныс тормошҡа ҡайтып китке килмәнеме? – Минән ошо турала йыш һорай­ҙар. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы ла һорағаны бар, “арыманығыҙмы, алмаштырырға кәрәкмәйме”, ти. Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да, кәрәк булһа, алмаштырабыҙ, тине. Кеше арый, шунан ял итә лә яңы көстәр менән эшенә тотона. Мин дә шулай. Махсус хәрби операция тамамланғансы хәрбиҙәр янында булырға теләйем. Был минең бурысым һәм уны аҙағына тиклем үтәргә тигән ниәт менән йәшәйем. – Махсус хәрби операция биләмәһендә имам булып хеҙмәт иткән руханиҙар тағы бармы? – Эйе, бар. Мобилиза­циялан­ғандар араһында ла осрай, улар үҙ полктарында, батальондарында имам булып хеҙмәт итә. Тик улар үҙ позицияларын ҡалдыра алмай­ҙар. Ә беҙ Виктор атаҡай менән махсус хәрби операцияның бар биләмәһе буйынса йөрөй алабыҙ, беҙгә сикләүҙәр юҡ. Беҙ Хөкүмәттең вице-премьеры, әлеге ваҡытта үҙе лә МХО-ла хеҙмәт иткән Азат Бадрановҡа туранан-тура буйһо­набыҙ. Радий Хәбиров беҙгә шәхси машина биреп ҡуйҙы, һаҡсылар бар. Шуға күрә мөмкинлек булыу менән бар ергә лә барып етергә, күберәк һалдаттар менән ара­лашырға тырышабыҙ. Беҙҙе көткән кешеләр күп. – Беҙҙең республика Баш­лығы махсус хәрби операция биләмә­һендә йыш була... Был хәүефле түгелме? – Радий Фәрит улы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына шәхсән ярҙам итә. Ул был турала даими һөйләй. Һөйләп кенә ҡал­май, үҙе лә хәрби операция барған урынға йыш килә. Хәүефлеме тигәндән. Әлбиттә, хәүефле. Әгәр дошмандың разведкаһы төбәк Башлығының шул көндө шул урында буласағын белеп ҡалһа, уны төп сәп итеүҙәре бар. Тик Радий Фәрит улының унда килеүе хәрбиҙәр өсөн бик мөһим. Ситтән ҡараһаң, ул ябай ғына бер миҙалды, орден йәки грамота, исемле бүләген тапшырам тип килә, ә ғәмәлдә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Һеҙ белһәгеҙ егеттәргә уның килеүе ни тиклем мөһим икәнен. Уларға Башлыҡтың рухи ярҙамы ҡәҙерле. Яугирҙәр мөмкин­лек менән файҙаланып, Баш­лыҡҡа мөрәжәғәт итеп, тыуған яғындағы проблемаларын хәл итеп ҡала. Был эште Азат Бадранов та бик яҡшы башҡара. Ул хәрбиҙәрҙең махсус хәрби операциялағы ла, тыуған яғындағы ла бар проблемаларын туранан-тура хәл итеп тора. – Һеҙ үҙегеҙ ҙә хәрбиҙәрҙең шәхси проблемаларын хәл итәһегеҙ тип беләбеҙ. – Төрлөсә була инде. Бер шулай Доставалов батальонында хеҙмәт иткән Хәйбулла районы яугире мөрәжәғәт итте. Улы өйләнә, ә үҙен ялға ҡайтармайҙар икән. Бергәләп батальон командиры менән һөйләш­тек, ул, кешеләрҙе ялға ҡайтарырға тыйыу булһа ла, яҡташыбыҙҙың хәленә инде һәм рөхсәт бирҙе. Һөҙөмтәлә беҙ уның менән бер осорҙа Башҡортостанда булдыҡ, һәм балаларына үҙем никах уҡыным. Туғандары, яҡындары йыйылды, бик матур мәжлес ойошторолдо. Балалар ҙа, атаһы ла ҡәнәғәт ҡалды. – Алыш алдынан һаҡланыр өсөн махсус доғалар бармы? – Мосолман-яугирҙәргә доғалар менән китапсыҡтар таратып сыҡ­тыҡ. Улар меңдән ашыу ине. Ибра­һим пәйғәмбәр доғаһын уҡырға кәңәш итер инем, ул ҡыҫҡа ғына һәм барыһы ла Аллаһ ҡулында тигән мәғәнәлә. Яугирҙәрҙең туған­дары ла уларҙы доғаларынан, изге теләктәренән ҡалдырмаһын ине. Ғәрәпсә уҡыу ҙа мотлаҡ түгел, иң мөһиме – ысын күңелдән үҙең белгәнсә яҡыныңа һаулыҡ, именлек теләү. Бар илебеҙ менән изге теләктә булайыҡ, күберәк кеше теләһә, тиҙерәк барып етә. Йома намаҙҙарына, мәсеттәргә йыйыл­ғанда берләшәйек. Тик шуны белегеҙ: Аллаһ беҙҙең яҡта, барыһы ла яҡшы буласаҡ. - Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА