Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр, сабып барыр атты туҡтатыр ҡатын-ҡыҙҙар була бит... Интернеттағы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Әлиә Йәғәфәрованың көн дә күпләп ҡорот, эремсек, ҡыҙыл эремсек, май эшләп, уны тирә-яҡҡа оҙатыуы хаҡында яҙмаларын ҡарап барҙым. “Бик уңған ҡатын”, – тип һоҡлана инем. Түҙмәнем, танышырға булдым... 36 йәшлек Әлиә Йәғәфәрова Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында йәшәй икән. Йәш кенә булһа ла алты бала тәрбиәләй. Ҙур ғаиләне ҡарау өсөн бик егәрле, сос булырға кәрәк шул. Ауылда эш юҡ. Ҡасандыр Йәғәфәровтар ауылда магазин да асып ҡараған ул. Тик ул үҙен аҡламаған, ябырға тура килгән, әммә тормош ауырлыҡтары уларҙы ситкә китергә мәжбүр итмәгән. Үҙ көстәренә таянып, баҡса үҫтереп, мал ҡарап, ауылда йәшәүҙәрен дауам итәләр. Кешене ауырлыҡтар сыныҡтыра тигәндәре хаҡтыр. Әлиәгә лә аҡыллы, зиһенле ҡатын булып етешеү өсөн күпте күрергә тура килә. Бәләкәйҙән үгәй атай ҡулында үҫеүе уға анһат булмаған. Бер һыуға, бер утҡа һалып, ярайһы ғына түгел, бик ныҡ сыныҡтырған был тормош тигәнд