Йылайыр районының Матрай ауылы халҡы Алик кейәүҙәренән уңған. Уның оҫта ҡулдары менән бында арт-объекттар ҙа барлыҡҡа килгән. Заказ буйынса эскәмйәһен дә, ҡапҡаһын да эшләй ул. Әбйәлил районының Атауҙы ауылы егете Алик Мәхейәнов ата-әсәһенең ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән һәр малай кеүек техника янында уралып, тимер-томор араһында соҡсоноп үҫә. Мәктәпте тамамлау менән Асҡар ауылындағы һөнәрселек училищеһында тракторсыға уҡып ала, унан иретеп-йәбештереүсе һөнәрен дә үҙләштерә. Егетмен тигән кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, оҫта ҡуллы Алик төҙөлөш менән дә мауыға башлай. Нәҡ ошо эше уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай ҙа инде. 2008 йылда ул үҙе эшләгән төҙөлөш бригадаһы менән Йылайыр районының Матрай ауылына мәктәпкә ремонт эшләргә килә. Нәҡ ошо мәлдә таныша ла инде Лилиә менән. Бер ни тиклем дуҫлашҡандан һуң, йәштәр ғаилә ҡора. Матрай һылыуын ғына түгел, ауылдың үҙен дә яратҡан егет ошо ауылда төпләнеп, йорт һалырға ҡарар итә. Йәш ғаиләлә бер-бер арт