Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Геройҙар ваҡыты"на килегеҙ

26-27 августа Өфөнөң Совет майҙанында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры - генерал-майор М. Шайморатовтың тыуған көнөнә арналған "Геройҙар ваҡыты" патриотик йырҙар фестивале үтә. 26-һы, киске сәғәт 6-ла фестивалдең ярымфиналы һәм гала-концерт була. Жюри эшенә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина етәкселек итә. Сара аҙағында ул үҙенең концерты менән сығыш яһай. Конкурста ҡатнашыуға илебеҙҙең 22 төбәгенән 403 ғариза бирелгән. Финалға иһә 17 ҡатнашыусы төбәктән 58 композиция үткән. 27 августағы программа рәсми өлөштән - почетлы ҡарауыл, байраҡтар сығарыу, еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә бүләкләүҙән башлана. Унан һуң конкурс еңеүселәре ҡунаҡтар – Рәсәйҙә билдәлелек яулаған йырсылар менән бергә сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. 27, 28 августа кнөдөҙ мәҙәниәт учреждениеларында О.Кормухина, И.Демарин, Варвара, Г.Матвейчук һәм И.Замотаев башҡарыусыларға оҫталыҡ дәрестәре лә бирәсәк. Сығанаҡ: Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.